Аҙна яңылыҡтары. 2018 йылда донъяға килгән тәүге бала өсөн пособиеға ғариза ҡабул итеү башланды

Аҙна яңылыҡтары. 2018 йылда  донъяға килгән тәүге бала өсөн  пособиеға ғариза ҡабул итеү башланды 04.02.2018

Социаль түләү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы, 1 ғинуарҙан һуң тыуған сабыйҙарға бирелә. Йәш ярымға тиклем түләнәсәк аҡса  күләме 8 мең 892 һум.  Был исемлеккә беренсе баланы тәрбиәгә алыусылар ҙа инә. Әммә социаль яҡлау бүлектәрендә әйтеүҙәренсә, әлегә ғариза  яҙыусылар күп түгел, республика буйынса тиҫтәгә лә етмәй.

Ә бит Башҡортостанда социаль түләүҙәрҙең был төрөнә яҡынса 10 мең тирәһе ғаилә дәғүә итә ала. Ошо маҡсатта федераль бюджеттан  533 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Был ярҙамға ғаилә килеме йән башына 14 мең 247 һумдан артмаҫҡа тейеш. Унда һуңғы 12 айҙағы хеҙмәт хаҡы ҡарала. Әгәр был талаптарға тура киләһегеҙ икән, эште һуҙмаҫҡа кәңәш итәләр. Сөнки сабый тыуғандан алты ай үткәс мөрәжәғәт итһәң аҡсаның тәүге өлөшө юғала, ти белгестәр.
Өсөнсө һәм артабанғы тыуған балаларға бирелгән дәүләт ярҙамы тураһында ла оноторға ярамай. Ишле ғаиләләр өсөн
8 мең 993 һум да ҙур ярҙам. Ләкин был аҡслаарҙы алыу өсөн дә аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһында тороу шарт. Йәғни, йән башына бүленгән килем йәшәү минимумынан артмаҫҡа тейеш. Документтарҙы социаль яҡлау бүлектәренә, күп функциялы үҙәктәргә тапшырырға мөмкин. Әйткәндәй, тәрбиәгә бала алған өсөн бирелә торған 453 мең һум аҡсаны хәҙер төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу өсөн дә файҙаланып була.



Был да  тамам түгел. Башҡортостанда хәҙер "Әсәлек капиталы" нан да ай һайын аҡса алырға рөхсәт ителде.  Быға тиклем  ул  ғаиләләргә тулы сумма менән бер тапҡыр бирелә ине. Әлегә айлыҡ түләүҙәр алыуға документтар иң күбе  Октябрьский ҡалаһы һәм Әлшәй районында тапшырылған. Был мөмкинлек менән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр ҡуллана ала. Шулай уҡ тағы бер мөһим шарт бар - икенсе бала 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған, йә уллыҡҡа алынған булырға тейеш. Сабыйға йәш ярым тулғансы сертификаттың  ай һайын 9  мең һумын тотонорға мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку