Ағиҙел йылғаһы буйы Рәсәйҙә иң күркәме һәм йәмлеһе буласаҡ

Ағиҙел йылғаһы буйы Рәсәйҙә иң күркәме һәм йәмлеһе буласаҡ 16.08.2017

Башҡортостандың йөҙыллығына әҙерләнгән объект, Хөкүмәт контролендә. Төҙөлөш барышын  Башҡортостан Хөкүмте Премьер -Министры урынбаҫары Фәрхәт Сәмедов етәкселегендәге комиссия  ҡараны. Ағиҙел ярындағы гидроҡоролмаларҙы һәм эш темпын улар яҡшы билдәһенә   баһаланы һәм яҡын киләсәккә тейешле тәҡдимдәр индерҙе.

Ағиҙел ярын төҙөкләндереүҙә эш бер генә минутҡа ла туҡтағаны  юҡ. Башҡортостандың йөҙ йыллығына инселәнгән был мөһим объектты төҙөүселәр ярты йылға алданыраҡ тамамлаясаҡ. Бының өсөн техника ла, шарттар ҙа ҡулай, ти белгестәр.
Арсений Мортазин, Ағиҙел ярын төҙөкләндереү проекты етәксеһе: «Әлеге ваҡытта  төҙөләп бөтөп киләгән гидроҡоролма ҡаланы йыуылыуҙан һәм һыу баҫыуҙан һаҡлаясаҡ. Күп кимәлле  система илле йыл хеҙмәт итергә тейеш. Үҙебеҙгә йөкмәтелгән ике саҡрымдан ашыу ярҙы сифатлы һәм заманса итеп эшләргә тырышабыҙ».
Ошоға тиклем ҡала өсөн мөһим һәм күләмле объекттың эстетик йөҙө тураһында ныҡлы ҡарарҙар булмаған. Ниһәйәт был өлкәлә бөтә оҫталыҡты һәм дизайнер тәҡдимдәрен ҡарау мәле еткән. Күп баҫҡыслы гидротехник ҡоролмалар ҡаланы ташҡын һыуҙар йыуыуынан һаҡлаясаҡ . Яҡын киләсәктә Ағиҙел буйы Рәсәйҙең иң төҙөк һәм уңайлы яры буласаҡ.
Фәрхәт Самедов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары: «Бында мәрмәр таштарҙы ҡулланып биҙәү эштәре башҡарыласаҡ. Объекттың эстетик йөҙө лә яҡшы булырға тейеш. Әлеге ваҡытта дизайнерҙарҙың тәҡдимдәре ҡарала. Амфитеатр тулыһынса үҙгәртеп ҡороласаҡ, унда ял итергә теләүселәр һәм ҡояшта ҡыҙыныусылар өсөн дә урындар булдырыласаҡ. Һуңғы биҙәү эштәре юғары кимәлдә башҡарыласаҡ».
Ярҙы йыуылыуҙан һаҡлаусы гидроҡоролма өсөн биш миллиард һум аҡса бүленгән. Биҙәкләү һәм эстетик матурлыҡ тыуҙырыу өсөн дә бүленәсәк сығымдар үҙен аҡлаясаҡ. Ҙур проектта иң мөһиме глобаль төҙөлөштә ҡатнашыусы яҡтар килешеп эшләп ,халыҡҡа дөрөҫ һәм тулы мәғлүмәт еткерергә бурыслы. Киләһе йылдың  авгусына автомобиль күперенә тиклем , ә 2019 йылдың авгусына Сутолока йылғаһына тиклем өлөш тулыһынса сафҡа инәсәк тип ышандыра төҙөүселәр.
Ағиҙел ярын төҙөкләндереүҙең икесе этабы ярты йылға алдан башҡарыла. Хөкүмәт вәкилдәре гидроҡоролмаларҙың сифатын бишле билдәһенә.баһаланы. Яҡын киләсәктә яр буйын төҙөкләндереү, инженер селтәрҙәре һуҙыу һәм автомобиль юлдарын еренә еткереү ҡарала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку