Ағиҙел ҡалаһында тегеү цехы асыласаҡ

Ағиҙел ҡалаһында тегеү цехы асыласаҡ 03.10.2017

Инвесторҙың төп шарты - оҫтахананы махсус оҫталар менән тәьмин итеү. Әлеге көнгә ҡаланың баш иҡтисадсыһы 50 процентҡа эш урындары әҙер тип белдерҙе. Цехҡа тегенселәр ҡабул итеү халыҡ мәшғүллек үҙәге ойошторған даими курстар ярҙамында башҡарыла.

Яғыулыҡ-энергетика колледжының Өфө филиалы базаһында тегенселәр өсөн еңел күлдәктәр тегеү курстары эшләп килә. Бында һөнәр эйәләре өсөн  бөтә уңайлыҡтар булдырылған, оҫтаханалар тейешле кимәлдә йыһазландырылған. Әлеге ваҡытта ҡала хакимиәте һорауы буйынса мәшғүллек үҙәге аша 12 ҡыҙ аҙнаһына дүрт тапҡыр тегенеү оҫталығына төшөнә.  
Рәфисә Бикбаева, тегенселек курстары уҡытыусыһы: «Уҡытыу курсы өс ай дауам итә. Августан алып октябрь аҙағына тиклем мин ҡыҙҙарға тегеү серҙәрен өйрәтәм. Әлбиттә, өс ай эсендә генә барыһына ла өйрәтеп өлгөрөп булмай, шулай ҙа төп ҡағиҙәләрҙе белеп уларҙы практикала ҡулланып, шымарырға була».
Гөлнара Исламова, Ағиҙел ҡалаһы халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең баш инспекторы: «Курстар менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың күп булыуы ҡыуандыра. Әле  ғинуар айына уҡыуға яҙылыу бара. Әгәр ҙә беҙҙең курсты тамамлаусыларға эш табыла икән беҙ тағы ла бер нисә төркөм асырға әҙербеҙ».


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку