Ағиҙел ҡалаһында коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүҙә яңы технологиялар ҡулланыла

Ағиҙел ҡалаһында коммуналь хеҙмәттәр  күрһәтеүҙә яңы технологиялар ҡулланыла 01.08.2016

Махсус  ҡорамалдар ярҙамында һәр фатирҙа күпме һыу тотонолоуы хаҡында мәғлүмәт  идарасы компания компьютерҙарында сағылып бара. Был алым әлегә эксперимент булараҡ эшләй.

Ҡалала һыуҙың һәр тамсыһы аҡса менән иҫәпләнә. Шуға ла йорттарҙа иҫәпләү ҡорамалдары  урынлаштырылды. Һәр кем ундағы күрһәткес буйынса  түләп барырға бурыслы.  Ағиҙел ҡалаһында йәшәүселәрҙең ай буйы ғына түгел, ә көнөнә күпме һыу тотонғанын идарасы компанияла белеп торалар. Мәғлүмәт махсус ҡоролмалар ярҙамында туранан-тура   компания компьютерҙарында сағылып бара.  
Эльвира Закирова, Курчатов урамындағы 13-сө йортта йәшәүсе: «Үҙебеҙгә иҫәпләйһе, мәғлүмәтте итеп йөрөйһө  түгел. Дөйөм йорт ихтыяждарына түләү ҙә кәмене».
Күрһәткес  тәүҙә йортта урынлаштырылған иҫәпләү ҡоролмаһында теркәлә. Артабан мәғлүмәт идарасы компанияға   килә.  
Эльвира Ғиндуллина, идарасы компания инженеры: «Әгәр иҫәпләү ҡорамалына магнит ҡуйылһа, ул шунда уҡ экранда сағыла. Счетчиктар туҡтаһа ла күреп торабыҙ».
Яңы  система әлегә Ағиҙелдәге бер йортта ғына эшләй. Күп ҡатлы йорттарҙа коммуналь хеҙмәттәр  өсөн ваҡытында иҫәпләшеүселәр ҙә, түләмәүселәр ҙә бар. Һуңғыларының бурысы йыш ҡына дөйөм йорт ихтыяждары иҫәбенә инеп китә. Яңы технологияны һынап ҡарарға ошо һәм башҡа  сәбәптәр  этәргес булған.
Әлфиә Тимерғәлиева, идарасы компания директоры: «Ике подъезлы йортта һыуыҡ һыу өсөн түләү  дөйөм йорт ихтыяждары буйынса  түләү ҡырҡ биш процентҡа етә ине. Был система ярҙамында  ул 12 һәм биш процентҡа тиклем кәмене».
Дистанцион  иҫәпләү ҡорамалдарын киң ҡулланыу  мәсьәләһе республиканың торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе  буйынса дәүләт комитеты ултырышында  ла ҡаралды.
Илдар Шафиҡов, Башҡортостандың торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү  буйынса дәүләт комитеты рәйесе:  «Тәүге ярты йыллыҡта ғына дөйөм йорт ихтыяждары буйынса 12 меңдән ашыу мөрәжәғәт булды. Уларҙың 35 проценты  коммуналь түләүҙәр менән килешмәүгә ҡағыла. Яңы технологияларҙы һынап ҡарау- көн талабы».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку