6 ҡитға,102 ил һәм меңдәрсә умартасы

6 ҡитға,102 ил һәм меңдәрсә умартасы 29.09.2017

Төркиәлә 45-се Апимондия конгресы башланды 4 октябргәсә дауам итәсәк күләмле сарала Башҡортостан да ҡатнаша. Ул ғына ла түгел, беҙҙең республика 2021 йылда бөтә донъя умартасылары форумын үткәреүгә дәғүә итеүселәр араһында.

47-се Апимондияны ойоштороу хоҡуғына Рәсәйҙән башҡа Дания, Сербия һәм Словения илдәре дәғүә итә. Шулай ҙа Башҡортостандың был хоҡуҡты алыу мөмкинлектәре юғары. Рәсәй экспозицияһы сара уҙған ергә ингәс тә иң төп һәм иң ҙур биләмәне алып тора. Ә ҡунаҡтарҙы Бөрйән солоҡсоһо һүрәте ҡаршылай. Рәсәй күргәҙмәһен Башҡортостандан тыш, Татарстан, Алтай крайы һәм Силәбе менән Тула өлкәләре умартасылары ойошторған. Башҡортостан ғына Төркиәгә ярты тонна бал алып килгән. Ҡунаҡтарҙы бында баллы сәк сәк менән ҡаршы алалар.  
Апимондияны үткәреү хоҡуғына дәғүәсе тип Башҡортостан юҡҡа ғына һайланмаған. Республика бал етештереү, фәнни эш, умарталар һаны буйынса ла алдынғылар рәтендә. Беҙҙә йыл һайын 140 мең тонна татлы ризыҡ етештерелә. Ә мөмкинлектәр тағы ла юғары. Башҡортостан йылына 380 мең тоннаға тиклем бал етештерә ала.
Иртәгә 47-се апимондия Конгресын үткәреү хоҡуғына дәғүәселәр үҙ прзентациялары менән таныштырасаҡ. Башҡортостан менән республика башлығы таныштыра. 2021 йылда Бөтә Донъя умартасыларын ҡабул итәсәк ил Апимондия ойошмаһына ингән 82 илдең йәшерен тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса һайлап алынасаҡ. Еңеүсе 4 октябрҙә иғлан ителә. Әйткәндәй, киләһе 46-сы форум 2019 йылда Канадала үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку