34 миллион һум өсөн 6 йыл төрмә

34 миллион һум  өсөн 6 йыл төрмә 30.03.2015

Баш ҡалала ҡара риэлторҙарға ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды.

Мутлашыусылар Өфөлә ике йылға яҡын баҡыйлыҡҡа киткәндәрҙең фатирын һатыу менән шөғөлләнгән. Риэлторҙар хужалары үлгән фатирҙарҙы асыҡлаған. Һуңынан  уларҙың туғандарының паспорт күсермәһен эшләп торлаҡҡа хужа булған. Ошо рәүешле улар ун фатирҙы, ике ер участкаһын һәм бер шәхси йортто  ҡулға төшөргән. Енәйәт фатир хужаларының ысын туғандары милеккә дәғүә итә башлағас ҡына асыҡланған. Ҡара риэлторҙар дөйөм хаҡы 34 миллион һумға баһаланған торлаҡ һатҡан.
Роман Османов, Өфөнөң Октябрь районы прокуроры ярҙамсыһы: «Енәйәтсел төркөм алты кешенән торған. Уларҙың башлығы Альбина Селезневаны  Октябрь районы суды алты йылға иркенән мәхрүм итте. Ҡалғандар ҡылынған эштәренә ҡарап өс йылға тиклем холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатылды».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку