324 миллиард һум

324 миллиард һум 11.05.2017

2017 йылдың тәүге кварталында тап ошо күләмдә торлаҡ кредиттары бүленгән. Ипотека торлаҡ кредитлауы агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, күрһәткес былтырғы ошо уҡ осорға тап килә. Эксперттар фекеренсә, кредит күләмдәренең артыуы ипотеканың арзанайыуына килтергән: быйыл февраль аҙағы -март башында бер нисә эре кредит компанияһы, шул иҫәптән Ипотека торлаҡ кредитлауы агентлығы ла процент ставкаларын ҡырҡа кәметкән. Һөҙөмтәлә Рәсәйҙә уртаса ипотека проценты 10,65 процент тәшкил итә.

Адель Сәйфуллина, Өфөнөң күсемһеҙ милек компанияһы генераль директоры: «Һис һүҙһеҙ, әлеге ваҡытта ипотека ихтыяж ҙур булған финанс продукты. Торлаҡ кредиттары буйынса ставкаларҙың кәмеүе ҡулланыусыларға яңы торлаҡ алыуҙы еңеләйтә. Ахыр сиктә иҡтисад өлкәһе лә тотороҡлана.  Өфөгә килгәндә,  баш ҡала халҡы бигерәк тә тәүге иғәнәһеҙ ипотекаға өҫтөнлөк бирә. Миҫал өсөн улар бирелгән кредитҡа  Кузнецов Затоны йәки ҡала Советы районында фатирҙар һатып ала».
Агентлыҡ күҙаллауҙары буйынса, йыл аҙағына ипотека буйынса процент ставкалары 10 проценттан да түбәнәйә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку