2020 йылға тиклем Башҡортостанда йәшелсә үҫтереү стратегияһы 29.01.2016

Йәшелсә үҫтереүселәрҙең  Бүздәк районында ойошторолған конференция шулай аталды. Ауыл хужалығы белгестәре, абруйлы етәкселәр ҡатнашлығында үткән семинарҙа тармаҡ проблемаларын хәл итеү юлдары, импорт тауарҙарын алыштырыу шарттарында эш ысулдары ҡаралды.

Был биналарҙа йыл әйләнәһенә йылы һәм яҡты. Электр уты махсус лампалар аша бирелә. Семинарҙа ҡатнашыусылар фермер Фәүил Хәбибрахмановтың ҡыяр үҫтереү теплицаларын ҡараны. Был алдынғы хужалыҡ федераль бюджеттан субсидия алыусылар исемлегендә. Уға ярашлы, "Бүздәк" теплица комплексының майҙаны  4 гектар ярымға арттырыласаҡ.
Шәфүәт Хәбибрахманова, «Хәбибрахманов» крәҫтиән фермер хужалығы директоры урынбаҫары: «Хәҙерге баҙар шарттарындағы иҡтисад эшҡыуарҙарҙы үҫтереү өлкәһендә  ҙур мөмкинлектәр аса. Элегерәк беҙ продукцияны ҡайҙа һатырға икән тип баш ватһаҡ, хәҙер һатып алыусылар сифатлы йәшелсә үҫтереүселәрҙе үҙҙәре үк эҙләп таба».
Бер квадрат метр майҙандан 105 килограмм уңыш алына. Был эшкә Хәбибрахмановтар 800 миллион һум шәхси аҡсаларын һалған. Бөгөн килеп ике йыл элек башлаған эштәре татлы емештәрен бирә. Әммә урындағы магазиндарҙа был продукцияны тапмаҫһың. Йәшниктәрҙең 70 проценты республиканан ситкә китә.
Ҡыяр-помидорҙың хаҡы электр энергияһына киткән сығымдарға бәйле булыуын да иҫәпкә алырға кәрәк. Рәсәй йәшелсә үҫтереүселәр союзы президенты Сергей Королев фекеренсә, тарифтарҙы төшөрөү йәшелсә хаҡтарын кәметә ала.  Башҡортостандың эре теплица хужалары энергия ресурстары өсөн ике тапҡырға түбән хаҡ түләй башлаған да инде.
Сергей Королев, Рәсәй йәшелсә үҫтереүселәр союзы президенты: «Берҙән -бер юл элект энергияһына хаҡты күтәрмәү.Йәшелсә хаҡының етмеш проценты электр энегияһының хаҡына бәйле».
Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғәлин сығышында республикала  йәшелсә үҫтереү тармағы уңыштарына һәм  проблемаларына туҡталды. Йәшелсәләр менән тәьмин итеү 75  процент тәшкил итеп, дөйөм продукция кимәле 152 миллиард һум булған. Әммә беҙ тағы ла һөҙөмтәлерәк эшләй алабыҙ. Уның өсөн сауҙа мониторингы үткәреп, сифатһыҙ продукция һатыуҙан алынырға тейеш. Бының өсөн йыл әйләнәһенә эшләүсе теплицалар төҙөлөргә тейеш.
Николай Коваленко, Башҡортостандың Ауыл хужалығы министры: «Йыл әйләнәһенә эшләүсе промышленность тибындағы теплица комплекстарының бер гектары 120 миллион һум тәшкил итә.Уны тормошҡа ашырыу өсөн етди ресурстар талап ителә. Беҙ был өлкәлә кредит ресурстарын да йәлеп итәсәкбеҙ.Уның өсөн республика залог фондын да ҡулланасаҡбыҙ.Беренсе пилот проекты тиҙ көндәрҙә томошҡа ашырыласаҡ».  
Йәшелсә үҫтереүселәр  шулай уҡ тармаҡты алға ебәреүҙә мөһим роль уйнаған орлоҡсолоҡто үҫтереү мәсьәләһен дә тикшерҙе. Ауыл хужалығы фәнни-тикшеренеү институты ғалимдары үҙебеҙҙең ерлеккә яраҡлаштырылған яңы сорттар сығарыу өҫтөндә өҙлөкһөҙ эшләргә бурыслы.. Шуға ла семинарҙа шәхси эшҡыуарҙар эшмәкәрлеге бар яҡлап та хуплау табырға тейешлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Ҡытай эшҡыуарҙары ла  Башҡортостан иҡтисади яҡтан ҡыҙыҡлы һәм хеҙмәттәшлек өсөн инвестицияларҙы йәлләмәйәсәбеҙ, тип белдерҙе .
Лио Тин Зюн, Ҡытай республикаһы вәкиле: «Беҙҙә лә ошондай уҡ технологиялар ҡулланыла.Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итергә теләйбеҙ. Беҙҙең фирма етәкселәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уянды».
Сифатһыҙ сит ил йәшелсәләрен үҙебеҙҙә етештерелгән тауар ҡыҫырыҡлап сығарырға тейеш. Бының өсөн  уңышлы эшләгән эре теплица хужалары Хәбибрахмановтарҙың тәжрибәһен өйрәнеп, ауыл хужалығында  ҡулланырға ғына ҡала.
Шәхси эшҡыуар Хәбибрахмановтарҙың крәҫтиән-фермер хужалығы туҡһанынсы йылда 40 сутый ерҙән башланған. Бөгөн уларҙың теплица хужалығы 4,5 гектарҙа уңыш бирә. Хужалыҡ, үҫентеләр, йәшелсә үҫтереү блоктарында 70-ләп хеҙмәткәргә уңайлы эш шарттары булдырылған һәм лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнелә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика