2018 йылда донъяға килгән тәүге бала өсөн пособиеға ғариза ҡабул итеү башланды

2018 йылда  донъяға килгән тәүге бала өсөн  пособиеға ғариза ҡабул итеү башланды 29.01.2018

Социаль түләү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы 1 ғинуарҙан һуң тыуған сабыйҙарға бирелә. Йәм ярымға тиклем түләнәсәк аҡсаның күләме 8 мең 892 һум.  Был исемлеккә беренсе баланы тәрбиәгә алыусылар ҙа инә. Әммә социаль яҡлау бүлектәрендә әйтеүҙәренсә, әлегә ғариза  яҙыусылар күп түгел, республика буйынса өсәү генә.

Олеся Чернованың сабыйы декабрь аҙағында  донъяға килергә тейеш була.  Табиптар ҡуйған срок буйынса. Буласаҡ әсәне хатта ике тапҡыр бала табыу йортона ла һалып ҡуялар, әммә Олеся   ваҡыты еткәс үҙе тыуыр тип стимуляциянан баш тарта.  Кескәй Милана иһә яңы йылды үткәреп кенә 3 ғинуарҙа тәүге ауазын һала. Һәр сабый үҙ ризығы менән тыуа тигәндәре дөрөҫ, Милана ла өлөшөн көткән, ти бәхетле өләсәй.
Олеся сабыйын яңғыҙы үҫтерә. Шуға күрә  аҙ тәьмин ителгәндәр өсөн социаль пособиеның өҫтәмә төрө индерелеүгә йәш әсә бик ҡыуана. 9 мең һумға яҡын сумма өйҙә ултырғанда ҙур ярҙам. Тик ул был исемлеккә эләгербеҙ тип уйламай ҙа.  Әле иһә ул социаль яҡлау үҙәгенә документтар тапшырыу менән мәшғүл, кескәй Милана иһә өләсәһе янында. Сабыйын ҡалдырыр кешеһе булмаған яңғыҙ әсәләргә ғариза буйынса социаль няня ла тәҡдим ителә.  Белгестәр әйтеүенсә, документтар юллау менән артыҡ оҙаҡламаҫҡа кәрәк, сабый тыуғандан 6 ай үткәс   аҡсаның тәүге өлөшө юғала.
Статистика мәғлүмәттәре буйынса,  Башҡортостанда социаль түләүҙәрҙең был төрөнә яҡынса 10 мең тирәһе ғаилә дәғүә итә аласаҡ. Ошо маҡсатта федераль бюджеттан  533 миллион һум аҡса йүнәлтелә.
Ғаиләнең килеме тигәндә йән башына тура килгән аҡса күләме 14 мең 247 һумдан артмаҫҡа тейеш. Унда һуңғы 12 айҙағы, йәғни бер йыллыҡ хеҙмәт хаҡы ҡарала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку