2018-се йылдың 1-се ғинуарынан Республика мәктәптәренең күбеһен аутсорсинг компаниялары хеҙмәтләндерә башлаясаҡ

2018-се йылдың 1-се ғинуарынан Республика мәктәптәренең күбеһен аутсорсинг компаниялары хеҙмәтләндерә башлаясаҡ 23.03.2017

Был белем усағы ашханаға аҙыҡ-түлек һатып алыу менән шөғөлләнмәй, эште махсуслашҡан компания башҡара тигәнде аңлата. Бөгөнгә Башҡортостан мәғариф учреждениеларының 51 проценты яңы системаға күскән. Әле туҡландырыу эше менән шөғөлләнәсәк ойошмаларҙы һайлап алыу бара. Өфө районының Дорогино ауылы мәктәбе аутсорсингҡа тәүгеләрҙән булып, 2015-се йылда уҡ күсә.

Дорогино уҡыусылары хәҙер ашхананан  туйып, күтәренке кәйеф менән сыға. Аутсорсинг компанияһына күскәндән һуң  ашатыу сифаты күпкә яҡшырған. Буфетта ҡамыр  ризыҡтары, тәм-том да бар. Ашнаҡсылар ҙа шат, уларҙың хеҙмәт хаҡы ике тапҡырға тиерлек артҡан, элек 5 мең һумға ғына эшләй инек, ти Әлфирә ханым.
Ашнаҡсыларҙың хеҙмәт кенәгәһендә лә үҙгәреш бар. Улар элек мәктәптә эшләй тип иҫәпләнһә, хәҙер  туҡландырыу комбинатына ҡарай.  Бары тик аҙыҡ-түлекте һатып алыу  юлдары ғына үҙгәргән. Рәсәйҙә хеҙмәтләндереүҙең был төрө яңы күренеш. Ул 2015-се йылдың 1-се ғинуарынан федераль законға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы башҡарыла.
Аутсорсинг тигән ят төшөнсә беҙҙең ҡулланылышҡа һуңғы йылдарҙа ғына килеп инде. Был система буйынса педагогтар балаларға нимә ашатырға, нимә эсерергә тип баш ватырға тейеш түгел. Туҡландырыу эше тулыһынса махсуслашҡан комбинатҡа йөкмәтелә. Ә мәғариф учреждениелары үҙҙәренең төп бурысы  белем биреү менән шөғөлләнергә тейеш.
Дорогино белем усағын аҙыҡ-түлек менән хәҙер мәктәп туҡланыу комбинаты тәьмин итә. Ә бешереү элеккесә, урындағы  ашханала.  Тик менюны элек мәктәптең медицина хеҙмәткәре төҙөһә,  әле  уны  аутсорсер компания хәл итә. Хаҡтарҙа айырма юҡ, ата-әсәләргә түләү күләме шул килеш ҡала.
Иң төп ҡулланыусы -уҡыусылар, Дорогино мәктәбендә  улар ҡәнәғәт. Әлбиттә, заман балалары менюға ҙур теләк фаст фуд та өҫтәр ине, әммә был ризыҡтар сан пин нормаларына яуап бирмәй.
Бөтә мәктәптәрҙең дә Дорогинолағы һымаҡ ашханаһы юҡ, уларға комбинат  әҙер аҙыҡты контейнерҙарға һалып килтерсәк. Әле яңы схемаға белем усаҡтарының 51 проценты күскән, киләһе йыл да аутсорсингты тулыһнса тиерлек индереү ҡарала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку