2017 йылда Башҡортостанда юл төҙөлөшөнә һәм төҙөкләндереүгә 10 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән

2017 йылда Башҡортостанда юл төҙөлөшөнә һәм төҙөкләндереүгә 10 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән 28.12.2017

Салауат районының Көҫәпәй ауылы халҡы Яңы йыл алдынан бик яҡшы бүләк алды. Ауылда, ниһайәт, тормош яҡшырҙы. Биш cаҡрымдағы асфальт юл ярҙамында бында йәшәүселәр бөтә тарафтарға ла сәфәр сыға ала. 280 кеше йәшәгән Көҫәпәй халҡы өсөн был ҙур ҡыуаныс.  

«Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» федераль программаһы иһә төпкөлдәрҙәге юлһыҙлыҡ мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итә. Быйыл ғына 13 ауылға 59 километрлыҡ юл һалынған.  
Артур Шәйнуров, «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте генераль директоры: «Башҡортостанда бөтәһе ошондай 7 объектты төҙөүҙә ҡатнаштыҡ һәм әлеге көндә лә, файҙаланыуға тапшырылған юлдар 2017 йыл һөҙөмтәләре буйынса уңышлы ҡулланыла».
Юл өҫтөнән ҡоролған йәйәүләләр өсөн үткәүел «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» өҫтөнлөклө федераль программаһы сиктәрендә төҙөлгән объекттарҙың береһе. Өфө юл төҙөлөшөнә һәм  ремонтлауға  тәбәк һәм федераль ҡаҙналарҙан 2 миллиард һум аҡса бүлегән.
Тимур Мөхәмәтйәнов, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты рәйесе: «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар федераль программаһының төп мәсьәләһе, 2020  йылға юл нормативтары кимәлен 50 процентҡа үтәү. Быйыл беҙҙең күрһәткестәр 47 процент тәшкил итте. Эш башланғанда ни бары 33 процент ҡына ине».
Өҫтөнлөклө проектта тағы ла бер мөһим бурыс  2020 йылға ҡаланың авариялы юлдарын ике тапҡырға кәметеү. 2017 йылда юл фонды - 17 миллиард һум тәшкил иткән. Төбәк, муниципалитеттар араһындағы, урындағы юлдарҙың меңдән ашыу саҡрымы тәртипкә килтерелгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку