2015 йылдың 1 июленән коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр дөйөм алғанда 14, 3 процентҡа артасаҡ

2015 йылдың 1 июленән коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр дөйөм алғанда 14, 3 процентҡа артасаҡ 13.01.2015

Үҙгәрештәр тарифтарҙың күтәрелеүенә бәйле.

Коммуналь хеҙмәттәргә раҫланған тарифтар тураһында һүҙ бөгөн Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитеты ултырышында барҙы. Улар бер нисә этапта күтәреләсәк. Йылылыҡҡа тариф - 11,4, һыуға - 22 процентҡа, бер ставкалы электр энергияһына - 7,5 процентҡа артасаҡ. Ҡалала йәшәүселәр сәғәтенә 1 киловатт өсөн 2 һум 50 тин, ауылда йәшәүселәр, электр плиталары менән ҡулланыусылар һәм йорттарын электр энергияһы менән йылытыусылар 1 һум 79 тин түләйәсәк. Зәңгәр яғыулыҡҡа хаҡ 1 июлдән 7,5 процентҡа арта. Ирина Васимирскя, Башҡортостандың тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе: «Тарифтар өс факторҙы күҙ уңында тотоп билдәләнә. Норматив база, Рәсәйҙең социаль-иҡтисади үҫеше прогнозы һәм юғары, уртаса, түбән параметрҙар. Тарифтар ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар өсөн билдәләнә. Ә халыҡ иһә ошо тариф буйынса ҡулланған энергия өсөн түләй. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн тарифтар Башҡортостанда башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда түбән тип иҫәпләнә. Әммә был ресурс ойошмалары өсөн отошһоҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку