2014 йылдан республикала «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы» уңышлы эшләп килә

2014 йылдан республикала «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы» уңышлы эшләп килә 06.02.2018

Унда ҡатнашырға теләүселәр һаны йылдан-йыл арта. Сөнки был проект йылдар буйы ҡул етмәгән проблемаларҙы хәл итеүҙең бер юлы. Баймак районының Семеновский ауылында  һыу үткәреү  мәсьәләһе урындағыларҙы борсоған киҫкен проблема ине. Былтыр ауыл халҡы ошо программала ҡатнашып, урамдарға колонкалар үткәрергә  ҡарар итә. Һөҙөмтәлә һыу трассалары яңыртыла,  50-ләп  ғаилә йорттарына һыу индереүгә ирешә.

Ауыл ерендә йәшәүселәр  ҙә бөгөн ҡаланыҡынан кәм  булмаган шарттарға  ынтыла. Өйөндә һыуы ла  ағып торһон, тәбиғи газы  ла булһын.Ләкин ул унайлыктарҙы кемдер тыуҙырмай, ә барыһы ла кешенең үҙ тырышлығынан тора. Был проекттын үҙенсәлеге лә шунда - ниндәйҙер проблеманы хәл итеүҙә кешеләрҙен үҙе башлап инициатива күрһәтеүе һәм урындағы хакимиәт, эшкыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә эшләүе. Былтыр Симун ауылы халкы һыу үткәреү проблемаһын хәл итә.  Һыу трассалары яңыртыла, урамдарға колонка  ҡуйыла.  Шул ынғайҙан 47 ғаилә йортона ла һыу үткәреп кала.  
Ауылда 350-ләп кеше йәшәй, тәбиғи газ менән улар 7-8 йыл  самаһы файҙалана. Хәҙер тулыһынса һыу мәсьәләһе хәл ителһә, йәшәү шарттары ҡаланыҡынан һис тә ҡалышмаясак.  
Урындағы башланғыстарҙы яклау проектында кешеләрҙен үҙ инициативаһы, теләге менән катнашыуы ‐ ауылда социаль проблемаларҙы хәл итеү менән бергә, уртак көс менән төҙөлгән обьекттарға һаксыл ҡараш та тәрбиәләй, халыктын әүҙемлеге лә арта, хужаларса ҡараш барлыҡҡа килә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку