2014 йылда Ҡырым республикаһы Рәсәй составына ҡушылғас Башҡортостан Белогорск районын шефлыҡҡа алды

2014  йылда Ҡырым республикаһы Рәсәй составына ҡушылғас Башҡортостан Белогорск районын шефлыҡҡа алды 13.07.2017

Ошо ваҡыт эсендә төбәккә төрлө өлкәләрҙә ярҙам күрһәтелде. Богатое ауылында 50-се йылдарҙа төҙөл­гән урта мәктәптә  Башҡортостан ярҙамы менән ҡыйыҡ һәм тәҙрәләр ремонтлан­ған. Әле яңыртыу эштәре дауам итә.

Йыһаз, ҡорамалдар һатып алына. Белем усағы эргәһендә балалар баҡсаһы урынлашҡан. Ул да күптән түгел генә авария хәлендә булған. Баш­ҡортостан ярҙамы менән бында ла түшәм төҙөкләндерелгән, Ҡырым ҡаҙнаһы иҫәбенә реконструкция үткәрелгән. Белогорск районы үҙәгендәге  мәҙәниәт йорто ла йылдар дауамында бер тапҡыр ҙа ремонт күргәне булмаған: ҡыйыҡтан һыу аҡҡан, йылылыҡ селтәре сафтан сыҡҡан, түңәрәктәр, ижади коллективтарҙың репетициялары үткәрелмәгән.  2014 йылдың яҙында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов мәҙәниәт йортона килгәндән һуң төҙөкләндереү эштәре башлан­ған, ҡыйыҡ, сәхнә порталы яңыр­тылған. Әле бында ижади коллективтар сығыш яһай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку