16-17 майҙа Өфө мәғлүмәт технологиялары форумын ҡабул итә

16-17 майҙа Өфө мәғлүмәт технологиялары форумын ҡабул итә 13.05.2016

«PROF-IT-2016» программалар һәм инновациялар конкурсы 4-се тапҡыр ойошторола. Ул дәүләт органдары эшенә, социаль өлкәгә, граждандарҙың көндәлек тормошонда мәғлүмәт технологияларын киңерәк ҡулланыу маҡсатында ойошторола.  

Быйыл форумда илдең 38 төбәге ҡатнаша, улар 117 проект тәҡдим иткән. Әйтергә кәрәк, «PROF-IT» комиссияһы тик эшләп килгән, ниндәйҙер тармаҡта ҡулланылған проекттарҙы ғына ҡабул итә. Уртаҡ тауыш биреү һөҙөмтәһендә конкурс финалына 30 номинант үтә. Иң уңышлылары 10 номинацияла билдәләнә. Улар - һаулыҡ һаҡлау, белем биреү, граждандар һәм дәүләт хеҙмәттәшлеге, транспорт һәм юл хужалығы тармаҡтарында мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу һәм башҡалар. Конкурстың төп темаһы электрон программалар тармағында импортты алмаштырыу. Быйыл форумды Өфөлә үткәреү тәжрибә туплау йәһәтенән дә отошло, тип билдәләй ойоштороусылар.
Ринат Шәғәлин, Башҡортостандың информатизация буйынса дәүләт комитеты рәйесе: «Беҙ конкурста ҡатнашасаҡ проекттарҙы ентекле күҙәтеп барырға ниәтләйбеҙ. Уларҙың иң уңышлыларын республикала ҡулланасаҡбыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку