150 мең һумға тәҙрә! 27.03.2017

Шишмә районы Түбәнге Хәжәт ауылында йәшәүсе Туҡтаровтар  ғаиләһенә сит кешеләр килеп кредит биреп, йорттарына тәҙрә ҡуйырға вәғәҙәләгән. Ғаиләгә яңы пластик тәҙрәләр бик ҡиммәткә төшәсәк - береһе егерме мең һумдан ашыу хаҡҡа барып баҫа. Мутлашыусылар ауылдан- ауылға йөрөгән, һөҙөмтәлә  байтаҡ кешегә  йылына 32 процент менән кредит түләргә тура киләсәк.

Туҡтаровтарҙың йортона ике кеше килеп инеп, пластик тәҙрәләр  ҡуйырға тәҡдим итә. Сит кешеләр үҙ тауарын сүкеш менән бәрһәң дә ватылмаусы, Германия технологиялары менән  эшләнгән быяланан  тип маҡтай... Ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләгән хаҡлы ялдағы ханым  кредит алырға ҡул ҡуйғанын һиҙмәй ҙә ҡала.  
Биш  тәҙрә өсөн ғаилә 143 мең һум түләргә тейеш була.  Кредит өсөн килешеүгә тиклем тултырылған анкетала Зинфира Туҡтарованың айлыҡ килеме 18 мең һумдан ашыу тип күрһәтелгән. Ысынында иһә, ул ай һайын ни бары 8 мең һум пенсия ала. Кредит Көнсығыш экспресс банкынан, тәҙрәләр ЭКОпроф компанияһыныҡы. Әйткәндәй, беҙ килгәндә тәҙрәләрҙе үлсәүсе лә килеп етте.
Ҡиммәткә төшкән  тәҙрәләр улай уҡ маҡтарлыҡ булмай сыға, улар яңаҡһыҙ ҡуйыласаҡ. Ә был ауыл өйө өсөн иҫәпләнмәгән. Туҡтаровтар һатып алыу һәм кредит килешеүен өҙөүҙе  юллап ҡараған. Әммә әлегә һөҙөмтә юҡ.  Ғаилә полицияға ғариза яҙған.
Беҙ «Көнсығыш экспресс банкы»на мөрәжәғәт иттек. Баҡһаң, онлайн кредит биреп йөрөүсе мутлашыусылар  тураһында улар хәбәрҙар. Аҡсаны ҡайтарып була, тигән фекерҙә банктың төбәк бүлексәһе.
«Экопроф» компанияһы менән «Көнсығыш экспресс банкы» эшмәкәрлеге тураһында Интернет кире баһаламалар менән тулы. Мутлашыусылар ғәҙәттә, пенсионерҙарға ҡармаҡ һала, шылтыратып түбән процентлы кредит тәҡдим итә, өйҙәренә бара.        
Валерий Шәрипов, юрист: «Кредит тураһында һүҙ сыҡтымы, иң тәүҙә шарттары менән танышырға кәрәк. Килешеүҙе уҡырға һәм ҡул ҡуйырға ашығырға ярамай. Ә кем алып өлгөргән, судҡа һәм Үҙәк банкка мөрәжәғәт итергә мөмкин. Килешеүҙе тарҡатырға, ғөмүмән, ғәҙеллек юллауҙан тартынырға ярамай».
Асыҡланыуынса, «Көнсығыш экспресс» банкы вәкилдәре  быға тиклем  дә ҡалала һыу фильтрҙары, косметика тәҡдим итеп, ошондай уҡ юл менән юғары процентлы кредит таратыуы билдәле. Хәҙер  инде улар Өфөгә яҡын райондарға күсеп  эш итә башлаған. Ошондай «ауылға тәҙрә уйыусы»ларҙың  тоҙағына  эләкмәҫ өсөн, һәр кемгә иғтибарлы булырға, кредит һаҙлығына  инерҙән алда, унан нисек сығыуҙы уйлау яҡшы булыр ине.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика