15 йыл эсендә лә төҙөлөп бөтмәгән дауахана

15 йыл эсендә лә төҙөлөп бөтмәгән дауахана 15.04.2015

Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы иғтибарын 2000 йылда  Мишкә районында төҙөлә башлаған хирургия корпусы  йәлеп итте. Оҙайлы йылдарға һуҙылған төҙөлөшкә бәйле һорауҙар бөгөн ведомствола уҙған кәңәшмәлә тикшерелде.

Ун биш йыл эсендә объектта өс тапҡыр генераль подрядсы ойошма алышына. Уларҙың барыһы ла  төҙөлөштө тупаҫ хаталар ебәрә. Эштең тәүге этабы ун йыл элек тамамланып, төҙөлөш туҡтап ҡала. Һөҙөмтәлә 8 миллион һумдан ашыу дәүләт аҡсаһы маҡсатҡа яраҡһыҙ тотонола. 2008 йылда Республика Хөкүмәте ҡарары буйынса объект икенсе урында яңынан төҙөлә башлай. Ләкин эшселәр бинаны ваҡытында файҙаланыуға тапшыра алмай. Корпустың смета хаҡы 40 процентҡа күтәрелә. Ул ғына ла түгел, тикшереү барышында бөтөнләй башҡарылмаған эштәр өсөн дә аҡса түләнеүе асыҡлана. 2012 йылда төҙөлөш тағы ла туҡтатыла. Әле бинаның ҡайһы бер өлөшөн яңыртыу, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү талап ителә. Дауахананың баш табибы  вазифаһынан бушатылған.  
Елена Петрова, Башҡортостандың контроль-иҫәп палатаһы аудиторы:  «Һаулыҡ һаҡлау министрлығы дәүләт заказсыһы булып тора, улар төҙөлөш барышын контролдә тоторға бурыслы. Беҙҙә эштәрҙе ҡабул итеүсе капиталь төҙөлөш идаралығы бар.  Һәр ведомство үҙенең участкаһы өсөн яуап бирергә тейеш.
Әле бинала төҙөлөш эштәре яңынан башланған. Бынан тыш, күҙәтеү органдары тикшереү эшен дауам итә. Медицина ҡоролмалары хәстәрләнә. Хирургия корпусын май айында файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Тикшереү һөҙөмтәләре  республика башлығына һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырыласаҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика