100 йыллыҡҡа йөҙ объект

100 йыллыҡҡа йөҙ объект 06.10.2017

Бер быуатлыҡ юбилейға республикала 100 объект проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Был исемлеккә 150-гә яҡын объект ингән, уларҙы сафҡа индереү өсөн төрлө сығанаҡтарҙан ҙур күләмдә аҡса бүленә. Программала мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, торлаҡ-коммуналь, юл һәм һыу хужалығы, спорт учреждениелары бар. Юбилей объекттарының береһе сентябрҙә  Нуриман районы Иҫке Күл ауылында төҙөлә башлаған.

Кирбес өҫтөнә кирбес һалып төҙөүселәр социаль-мәҙәни үҙәктең стеналарын күтәрә. Бер нисә айҙан Иҫке Күл ауылында заманса объект сафҡа инәсәк. Республиканың бер быуатлыҡ юбилейына арнап төҙөлгән бина өсөн бюджеттан 45 миллион һум күләмендә аҡса бүленгән. Бер ҡыйыҡ аҫтында тамаша залы, китапхана, медицина бүлмәһе һәм почта урынлашасаҡ.
Социаль-мәҙәни үҙәк иҫкергән клуб урынында төҙөлә башлаған. Тендерҙы еңеп сыҡҡан ойошма эштәрҙе ике сменала алып бара. Һалҡындарға тиклем улар стеналарҙы күтәреп, ер аҫтынан үтеүсе коммуникацияларҙы һуҙып ҡалырға тырыша. Әлегә төҙөлөш материалдарына ҡытлыҡ һиҙелмәй, ти хеҙмәткәрҙәр. Иҙмә килеп өлгөрмәгән осраҡта улар цемент менән ҡомды үҙҙәре бутай. Һуңынан инде бинаны тышҡы яҡтан йылытыу һәм заманса материалдар менән матурлау ҡаралған.
Төбәк халҡы социаль-мәҙәни үҙәк бер ваҡытта ла буш тормаясаҡ, тип белдерә. Сөнки әлегә тиклем ауылды урам үтергә тырышҡан артистар яңы сәхнәлә сығыш яһауҙан баш тартмаҫ тип көтөлә. Шулай уҡ Иҫке Күл ауылының үҙ таланттары ла етерлек. Тимәк, йыр-моңға һыуһаған халыҡ өсөн үҙәктең төҙөлөүе оло юбилейға арналған иң ҙур бүләктәрҙең береһе буласаҡ.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку