1 майҙан Башҡортостанда минималь эш хаҡы 30 процентҡа артып, 8900 һум тәшкил итәсәк

1 майҙан Башҡортостанда минималь эш хаҡы 30 процентҡа артып, 8900 һум тәшкил итәсәк 20.04.2016

Был туралағы килешеүгә бөгөн республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан Эш биреүселәр союзы рәйесе Владимир Шолом һәм профсоюздар берекмәһе рәйесе Марат Хөсәйенов ҡул ҡуйҙы.

Әле Башҡортостанда уртаса эш хаҡы Рәсәй күрһәткесенән 76 процент тәшкил итә. Айырыуса ауыл һәм урман хужалыҡтары, мәҙәниәт һәм ҡайһы бер башҡа өлкәләрҙә түләүҙәр түбән ҡала. Рөстәм Хәмитов минималь эш хаҡын күтәреү халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртыр, тигән ышаныс белдерҙе. Бынан тыш, документта дәүләт унитар предприятиелары етәкселәре алған килемгә сикләү индерелде. Хәҙер уларҙың эш хаҡы, ябай хеҙмәткәрҙеке менән сағыштырғанда, 8 тапҡырҙан да күберәк булырға тейеш түгел.  
Бынан тыш беренсе июлдән бюджет тармағында эшләүселәрҙең минималь эш хаҡы ла артып, 7500 һум тәшкил итер, тип көтөлә. Дөйөм алғанда был сараларға республика бюджетынан 127 миллион һум аҡса тотонорға планлаштырыла. Минималь эш хаҡы артыуы ҡаҙнаға, бизнес вәкилдәренә өҫтәмә ҡыйынлыҡ тыуҙырыр тиеү хата ти белгестәр, ул киреһенсә иҡтисадтың үҫешен дә тәьмин итә ала. Сөнки халыҡтың һатып алыу мөмкинлеге, сауҙа әйләнеше арта. Шулай ҙа, минималь эш хаҡын арттырыу бөтә эш биреүселәргә лә ҡағылмай.
Ленара Иванова, Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры: «Әгәр ҙә эш биреүсе бындай эш хаҡы түләй алмай икән, ул килешеүгә ҡушылмаҫҡа хаҡлы. Ләкин  нигеҙле рәүештә килдешеүҙән баш тартмаусы ойшмалархеҙмәткәрҙәренә кәмендә ошо күләмдә аҡса түләргә тейеш, һәм быны үтәмәү закон боҙоу тип һанала»

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку