1 июлдән коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ арта

1 июлдән коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ арта 23.06.2015

Үҙгәрештәр ут, газ, йылылыҡ һәм һыуға ҡағыла

Ләйсән Мөфтәхова күршеләре менән коммуналь хеҙмәттәр өсөн квитанцияларын тикшерә. Тарифтарҙың бер туҡтауһыҙ үҙгәреп тороуын ул аңлап етмәй. Бер бүлмәле фатир өсөн ай һайын 3 мең һумдан ашыу түләй.  
Гел перерасчет тип килә. Ниндәй перерасчеттар түләйбеҙ шул тиклем суммаларҙы, аңлашылмай. Домуправлениеға барһаң закон шундай тей. Закондарҙы асып ҡараһаң, уларын да аңламайым.  
Оҙаҡламай коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр тағы ла арта. Ул йылылыҡҡа 11,4, һыуға 22 процентҡа, бер ставкалы  электр энергияһына 7,5 процентҡа  күтәрелә. Ҡалала йәшәүселәр сәғәтенә 1 киловатт өсөн  2 һум 50 , ауылда йәшәүселәр, электр плиталары менән ҡулланыусылар һәм йорттарын электр энергияһы менән йылытыусылар 1 һум 79 тин түләйәсәк. Зәңгәр яғыулыҡҡа хаҡ  7,5 процентҡа арта.
Халыҡты яҡлау өсөн быйыл да коммуналь хеҙмәт хаҡтарына сикләү ҡуйыла. Рәсәйҙең һәр төбәгенә ул айырым билдәләнә. Мәҫәлән, Башҡортостанда түләүҙәр 14,3 проценттан артырға тейеш түгел. Былтыр был күрһәткес 12 процент ине.
Тарифтар ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар өсөн билдәләнә. Ә халыҡ ошо тариф буйынса ҡулланған энергия өсөн  түләй. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн  тарифтар Башҡортостанда башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда, түбән тип иҫәпләнә. Әммә был ресурс ойошмалары өсөн отошһоҙ.
Ирина Васимирская, Башҡортостандың тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе:
«Шуға иғтибар итергә кәрәк, республикала билдәләнгән уртаса тарифтар уртаса. Шуға ла  ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмала ул уртаса күрһәткестән юғары йәки түбәнерәк булырға мөмкин».
Был тарифтар ҡасанға тиклем һаҡланып ҡалыры әлегә билдәһеҙ. Элек ул йылына бер тапҡыр үҙгәрһә, быйыл  ғинуарҙа ла артты. Хаҡтарҙың сираттағы күтәрелеүенә - газға хаҡ артыуы сәбәпсе булды.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку