1 июлдән коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр арта

1 июлдән коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр арта 04.06.2016

Халыҡ июлдәге квитанцияларҙа  уны күрмәйәсәк, ә 1  августан  хаҡ 8 процентҡа артып киләсәк. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереүгә тарифтарҙың күтәрелеүе төбәктә һәм шулай уҡ Рәсәйҙә барған иҡтисади процесстарға бәйле.

Туғыҙынсы ҡатта йәшәүсе Нина Вагинаның фатир түбәләре  лакмус ҡағыҙын хәтерләтә. Хужабикә  әйтеүенсә, йорттоң түшәме иҫкереүе арҡаһында  яҙ һайын ҡар һыуҙары иреп, эскә үтеп инә. Йорт подъезындағы дөйөм ишек ватыҡ, сүп түгеүҙәге етешһеҙлектәрҙе әйтеп бөтөрлөк түгел. Коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр артыуын хаҡлы ялдағы ханым ризаһыҙ ҡабул итте.
Нина Вагина, Ғафури урамының 103 -сө йортонда йәшәүсе: «Хаҡтар күтәрелгәс күтәрелә инде, тик беҙҙең йортто тейешенсә хеҙмәтләндерһендәр. Йорт та күркәм булһын, ишектәр ҙә ватылмаһын».
Күрше фатирҙа -күп балалы әсә йәшәй. Квитанцияларҙа өс бүлмәле фатир өсөн  түләүҙәр ете мең һумдан ашыу.
Нисек кенә ауыр булмаһын, тарифтар артыуы ҡотолғоһоҙ. 1 июлдән квитанцияға түләүҙәр 8 процентҡа артып киләсәк. Коммуналь хеҙмәттәр әйтеүенсә, был хаҡтар һауанан алынмай . Ремонт эштәренә хеҙмәт хаҡы  коммуналь түләүҙәргә бәйле. Был аҡсаларға торбалар алыштырыла, электр сымдары йүнәтелә. Хаҡтар күтәрелер алдынан кампаниялар сығымдарҙы иҫәпләй. Халыҡтың да коомуналь түләүҙәргә етди ҡарауы һәм дөйөм йорт ҡаралтыларына һаҡсыл ҡарашта  булыуы мөһим.
Идарасы компания белдереүенсә  фатир хужаларының  бурыстары хаҡтар күтәрелеүгә тәъҫир итмәй. Фатир хужаһы бурысын түләмәгән күршеһе өсөн түләй тип әйтеү ҙә дөрөҫлөккә тап килмәй. Был һандар идарасылар иңенә төшә.  Шуға күрә лә улар тарафынан күрһәтелеүсе хеҙмәттәр сифатлы булырға тейеш. Өфөлә генә дөйөм бурыс-2 миллиардтан ашһа,  Рәсәй буйынса ул 300 миллиард һум тәшкил итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку