Һәр кем лайыҡлы хеҙмәт хаҡы алырға тейеш

Һәр кем  лайыҡлы хеҙмәт хаҡы алырға тейеш 14.08.2014

Бының өсөн йәшәү минимумы кимәлен 6 мең 900-ға тиклем еткерергә, эш биреүселәргә  ҡарата талаптарҙы  көсәйтергә, профсоюздарҙы  күтәрергә кәрәк.  Был турала бөгөн республика етәксеһе  хеҙмәт хаҡын күтәреүгә арналған  Хөкүмәт ултырышында белдерҙе.  Һуңғы өс йылда Башҡортостанда уртаса эш хаҡы  12 процентҡа артҡан, әммә был күп түгел, тине Рөстәм Хәмитов.

Быйыл тәүге ярты йыллыҡта ыңғай үҙәрештәр бөтөнләй күҙәтелмәгән.  Хеҙмәт хаҡы күләме буйынса бигерәк тә  төҙөлөш һәм сауҙа тармағы артта һөйрәлә. Ҡайһы бер ойошмалар әлегәсә йәшерен  схема  буйынса  аҡсаны  конвертта түләүен дауам итә. Был етешһеҙлектәргә ҡаршы көрәш алып барылырға тейеш, тип билдәләнде ултырышта. Сөнки әле республика  эш хаҡы буйынса Волга буйы федераль округында  бишенсе баҫҡыста ғына килә. Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда ла  күрһәткес яҡшынан түгел. Республика етәксеһе әйтеүенсә, ҡул ҡаушырып ултырһаҡ, ыңғай үҙгәрештәр  булмаясаҡ, ҡәтғи саралар күрергә кәрәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку