Һәр грамм контролдә

Һәр грамм контролдә 13.07.2016

1 июлдән ойошма һәм предприятиеларҙа араҡы һәм шарап һатыу ҡағиҙәләре ҡәтғиләште.

Сауҙаның был төрө менән шөғөлләнеүселәр Берҙәм дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһына тоташырға бурыслы. Был спиртлы эсемлектәр етештереүҙә һәм һатыу өлкәһендә дәүләт контроле ойоштороуҙы күҙ уңында тота. Законға ярашлы, йыл башынан продукция етештереүселәр, күмәртәләп һатыусылар, шәхси эшҡыуарҙар  алкоголле эсемлектәр менән сауҙа иткәндә ошо системанан файҙаланырға тейеш. Программа алкоголь продукцияһы әйләнешен контролдә тотор тип күҙаллана. Тауарҙың штрих-кодын, акциз маркаһын сканер аша үткәргәндә уның ялғанлығы тикшерелә. Тауарҙың берҙәм дәүләт системаһына индерелгәнлеген  чек аша белергә мөмкин. Бынан тыш, смартфон телефондарҙың махсус ҡушымтаһы аша ла алкоголь продукцияһының заводтан магазин кәштәһенә тиклемге юлын күрергә була. Ҡала кибеттәрендә генә түгел, система ауылдарҙа ла индерелгән. Ә интернет булмаған кибеттә һатыусылар, һатып алыусыларҙың күпме тауар алғанлығын журналға теркәп бара.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку