«Өфөкредит» финанс пирамидаһы етәкселәренә суд ҡарары сығарылды

«Өфөкредит» финанс пирамидаһы етәкселәренә  суд ҡарары сығарылды 17.09.2015

«Өфөкредит» ҡулланыусылар кооперативы 2002 йылда ойошторола. Кооператив  ике йылдан  һуң киң мәғлүмәт саралары аша иғлан биреп клиенттар туплай башлай. Йылына 25-тән 70 процентҡа тиклем дивиденттар вәғәҙә итә.

Тәүге йылдарҙа ойошма  ысынлап та, проценттар бирә. Кооперативты ойоштороусылар бик  хәйләкәр эш итә. Яҡшы имидж эшләп алғас ҡына ойошма  ҡапыл 2007 йылда үҙен банкрот итеп иғлан итә. Уға  аҡса һалып алданыусылар ике меңдән ашыу, ә йыйылған сумма  300 миллион тирәһе.  Финанс пирамидаһын төҙөүҙә ҡатнашыусыларҙың  10 проценты республика район-ҡалаларынан булһа, ҡалғандары баш ҡаланан. Кооперативты ойоштороусыларға хөкөм ҡарары иғлан ителде.
Гүзәл Мәсәғүтова, Башҡортостан прокурорының өлкән ярҙамсыһы:  «Суд ҡарары буйынса кооператив етәксеһе 4 йыл да  3  ай, уның  урынбаҫары 4  йыл да 2 айға  иркенән мәхрүм ителә. Прокуратура был  ҡарар менән килешмәй, уның йомшаҡлығын иҫәпкә алып Юғары судҡа ялыу бирергә  ниәтләй».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку