«Өфө» Халыҡ-ара аэропортында аэродром реконструкцияһы тамамланды

«Өфө» Халыҡ-ара аэропортында аэродром реконструкцияһы тамамланды 28.09.2017

Предприятие тарихындағы күләмле төҙөлөш өс йыл элек башлана, федераль инвестициялар күләме ете миллиард һум тәшкил итә. Тәүге этапта перрон киңәйтелә һәм конфигурацияһы үҙгәртелә, киң фюзеляжлы һауа суднолары өсөн ете туҡталҡа төҙөлә. Былтыр икенсе яһалма осоу-ултырыу һыҙатының файҙаланыуға тапшырылыуы ла - аэродромдың ҡеүәтен бермә-бер арттыра.

Ҡурай моңдары талғын ғына ағылып, меңдәрҙең күңелен яулаған кеүек, «Өфө» аэропорты аэродромы ла йылдан-йыл төҙөкләндерелеп, технологик мөмкинлектәр яғынан Рәсәйҙең иң яҡшылары иҫәбенә инде. Ниһайәт, был биләмәлә 2014 йылда башланған реконструкция тамамланды, үҙгәрештәр предприятиеның эшләү ҡеүәтен дә ярайһы уҡ арттырған.
Һауа ҡапҡалары ике йыл элек, халыҡ-ара ШОС һәм БРИКС саммиттарында уҡ ныҡлыҡҡа һынау үтә. Ул ваҡытта аэропорт тиҫтәләп хөкүмәт бортын ҡабул итә. Тәүгә Боинг-747киң фюзеляжлы самолет хеҙмәтләндерелә. Былтыр файҙаланыуға тапшырылған икенсе яһалма осоу-ултырыу һыҙаты ла  «Боинг 747» һәм «777», «Airbus A330», «Ан – 124» «Руслан»  һауа судноларын бер ниндәй сикләүһеҙ ҡабул итеү мөмкинлеге бирә. Сәғәтенә 24 самолет үтә ала, элек был күрһәткес ике тапҡырға аҙыраҡ була. Шулай уҡ был һыҙат төрлө һауа шарттарында ла файҙаланыла ала. Реконструкция барышында  ике һыҙатты берләштереүсе бер саҡрымдан ашыу юл да һалына. Был участкала юғары ныҡлыҡҡа эйә цемент-бетон түшәлгән, файҙаланыу ваҡыты сирек быуаттан ашасаҡ.
Александр Андреев, «Өфө» халыҡ-ара аэропорты генераль директоры: «Пассажирҙар өсөн дә үҙгәрештәр һиҙелерлек. Сөнки самолет ултырғанда һәм тиҙлек йыйғанда -  ваҡыт егерменән ун минутҡа тиклем ҡыҫҡара. Был граждандар өсөн генә түгел, авиакомпания өсөн дә уңайлыҡтар өҫтә».
Киләсәктә «Өфө» аэропортында пассажирҙар ағымын - йылына өс миллионға еткереү бурысы ҡуйылған. Ошо маҡсаттан әле ил ҡалаларына, бигерәк тә, Көньяҡ йүнәлешкә  маршрут селтәрен арттырыу буйынса Рәсәй авиакомпаниялары менән дә һөйләшеүҙәр алып барыла.Төбәк Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов билдәләүенсә, Башҡортостандың 2030 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы өҫтөндә эш тамамланыу алдында,  документҡа ярашлы, киләсәктә иҡтисади үҫеш темптары буйынса уртаса донъя күрһәткестәрен үтеү планлаштырылған. Был дәүләт бурысы ил президенты Владимир Путин тарафынан да ҡуйылған.
Рөстәм Мәрҙәнов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры: «Исходя из этого, Главой Башкортостана Рустэмом Хамитовым поставлена задача для того, чтобы развить возможности для пассажирского авиасообщения в республике ускоренными темпами. Сегодняшнее событие свидетельствует о том, что завершена масштабная реконструкция аэродромного комплекса в Уфе. Тем самым в Башкортостане созданы возможности для развития авиасообщений на ближайшие 20 лет».
Быйыл «Өфө» аэропортында эске һауа линияларының яңы бинаһын проектлау башланған, 2019 йылда иһә яңыртылған осоу зонаһын файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Был терминалдың майҙанын күбәйтеп, пассажирҙар өсөн уңайлыҡ кимәлен арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Бынан тыш, проект вокзал алдындағы биләмәнең үҫешен дә үҙ эсен ала. Әйтәйек, халыҡ-ара кимәлдәге ҡунаҡхана төҙөү планлаштырылған. Унда ҙур форум, осрашыуҙар уҙғарыу өсөн конференц-залдар ҙа буласаҡ. Инфраструктура заман талаптарына яуап бирәсәк,-ти предприятие етәкселеге.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку