Һәүетемсә генә эшләп торған Сермән балалар йортон япҡанда бер бала ла иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ, барыһын да балалар йорттарына таратып бирәсәкбеҙ тинеләр

Һәүетемсә генә эшләп торған Сермән балалар йортон япҡанда бер бала ла иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ, барыһын да балалар йорттарына таратып бирәсәкбеҙ тинеләр 25.09.2016

Ә ысынбарлыҡта, башҡасараҡ килеп сыҡҡан. Балаларҙы шул уҡ Сермән ауылы халҡына мәжбүри рәүештә тиерлек таратып бирҙеләр, ти урында йәшәүселәр. Быныһын түҙерлек. Ауыл халҡы бит йомшаҡ бәғерле, саф күңелле һәм таныш балаларҙы үҙ ғаиләһенә ҡабул иткән. Патронатҡа... Тик бына түрәләр генә уларҙы тәрбиә  мәшәҡәттәре менән япа-яңғыҙ ҡалдырған. Патронат ғаиләләргә түләнә торған пособиены балаларҙы алған ата-әсәләр ярты йыллап алмаған. Ҡайҙа һуң вәғәҙә ителгән яҡты тормош? Етемдәр аҡсаһына кемдәр байығырға теләй?

Рәзимә Солтанова Сермән балалар йортонда 2007 йылдан  тәрбиәләнгән. Быйыл учреждение тарҡалғас уны  бер туған ҡустыһы Мансур менән Мырҙаҡаевтар ғаиләһе патронат тәрбиәгә ала. Яңы йортҡа ла улар тиҙ өйрәнә.
Рәзимә менән Мансурҙы ғаилә ҡуш-ҡуллап ҡаршы ала. Сөнки үҙ ҡанаты аҫтына алған  хужабикә лә ҡасандыр балалар йортонда эшләгән.  Балалар йортонан бер ҡат кейем менән килһәләр ҙә, ғаилә уларҙы баштан аяҡ кейендерә. Барыһы ла үҙҙәре иҫәбенә.
Әйткәндәй, был проблема бер Мырҙаҡаевтарҙа ғына түгел. Сермән ауылы миҫалында ғына тиҫтәнән ашыу ғаиләлә бер үк хәл. Уларға ла шулай уҡ балаларҙы мәжбүри тигәндәй, таратып сыҡҡандар. Ә башта иһә, балалар йорто ябылыу менән унда тәрбиәләнеүселәр икенсе учреждениеларға урынлаштырыласаҡ, тип вәғәҙә иткәйнеләр. Ысынбарлыҡта иһә , башҡа балалар йортона таратыу ғына түгел, тәрбиәгә тапшырған ғаиләләргә  тейешле  матди ярҙам түләнмәй.
Һорауҙар күп, аныҡ яуап ҡына юҡ. Башҡортостандың мәғариф министрлығы вәкилдәре  рәсми булмаған һөйләшеүҙә пособиелар районға даими оҙатылып тороуын белдерҙе. Белорет районы хакимиәте  лә  ведомствонан аҡса килеүен, шулай уҡ ай һайын түләнеүен хәбәр итте.
Барыһы ла аҡсаны тәғәйен ергә оҙатҡан. Тик бына патронат ғаиләләр генә бер ниндәй пособие алмайбыҙ, тип ышандыра. Ата-әсәләргә билдәләнгән көндә лә, иртәгәһенә лә, иртәнән һуңғы көндә лә тейешле айлыҡ пособие килеп етмәүен хәбәр итә.
Ошо урында тағы һорау тыуа. Ведомствонан районға килеп етеүен еткәс, ул аҡсалар тағы ҡайһы яҡҡа юл ала икән? Күҙ менән ҡаш араһында ғына юҡҡа сыҡҡан аҡсаларҙы эҙләү журналист эше түгел. Ә инде иҡтисади енәйәтттәр менән шөғөлләнеүсе  хоҡуҡ һаҡлау органдарына был сетерекле ваҡиға уйланырға ишара.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку