Үҙебеҙҙекен һайла!

Үҙебеҙҙекен һайла! 29.09.2014

Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми тикшеренеү институтының Кушнаренко селекция үҙәге баҡсасыларға үҫентеләр тәҡдим итә.

Бында алма, ҡурай еләге, йөҙөм, армыт, балан һәм башҡа емеш ағастарын, барлығы 24 культура үҫентеләрен алырға мөмкин. Селекционерҙар билдәләүенсә, емеш ағастарын ултыртыу өсөн октябрь иң ҡулай ай һанала. Тик үҫентене һайлағанда бөтә нескәлектәрҙе лә иҫәпкә алыр кәрәк. Мәҫәлән, көньяҡтан килгән культуралар беҙҙә уңыш бирмәүе ихтимал. Ә инде Кушнаренко үҙәге тәҡдим иткән үҫентеләр Башҡортостан шарттарына яраҡлаштырылған, уларҙы нисек тәрбиәләргә кәрәклеген белгестәр үҙҙәре аңлатып бирә.

Һатыуға сығарылған үҫентеләр ҡағиҙәләргә ярашлы һаҡлана. Йыл һайын бында емеш культураларын алыу өсөн баҡсасылар республиканың төрлө төбәгенән килә. Бындағы үҫентеләрҙән улар яҡшы уңыш алырға иҫәп тота. 


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку