Үҙебеҙҙеке яҡшы! 15.10.2016

Бөгөн Башҡорт дәүләт аграр университеты нигеҙендә ойошторолған сыр етештереүселәр курсы тәүге уҡыусыларына таныҡлыҡ тапшырҙы.

11 кеше ике аҙна дауамында һөт ризығын етештереү нескәлектәренә төшөнгән. Уҡытыу процесын университет уҡытыусылары менән Дәүләкән һөт компанияһы белгестәре алып барған. Курс 14 көн генә дауам итеүенә ҡарамаҫтан, уны тамамлаусылар бер нисә сорт сыр эшләүгә өйрәнгән. Иң мөһиме был продукция юғары сифатлы һөттән эшләнә, һәм уны етештереүҙә бер ниндәй ҙә химик ҡатнашмалар ҡулланылмай.
Әлбиттә, был ваҡыт эсендә генә төплө белем биреү тураһында һүҙ бармай курстарҙың маҡсаты фермерҙарҙы һәм сыр етештереү менән шөғөлләнергә теләге булған башҡа йүнселдәргә башланғыс белем биреү, санитар-гигиена талаптарын аңлатыу һәм башҡалар. Был төбәктә һөттөң эшкәртелеүен күтәреү, шәхси эшҡыуарҙар һанын арттырыуға йүнәлтелгән сара. Курстарға яҙылыу өсөн Башҡорт дәүләт аграр университетының өҫтәмә һөнәри белем биреү үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Николай Коваленко, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры: «Курстарҙы тамамлаусылар артабан да беҙҙең күҙәтеү аҫтында ҡала. Уларҙы йүнселдәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән төрлө программаларға ҡатнашыуға йәлеп итеп, сауҙа буйынса дәүләт комитеты менән продукцияларын һатыуҙа булышасаҡбыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика