Үҙ балаларына 11 миллион һумлыҡ бурыс

 Үҙ балаларына 11 миллион һумлыҡ бурыс 10.01.2018

Суд приставтары баш ҡаланың Киров районында йәшәүсе ирҙән алимент түләтә. Атай кеше тәүге никахынан тыуған дүрт балаһына оҙаҡ ваҡыт тейешле аҡсаларын бирмәгән. Һөҙөмтәлә бурыс ун миллиондан ашып киткән. Суд приставтары хоҡуҡ боҙоусыға ҡарата төрлө саралар ҡуллана.

Ирҙең сит илгә сығыу, автомобиль йөрөтөү, фатир теркәү һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙар менән эш итеү мөмкинлектәре сикләнә. Был алымдар атай кешене алиментын түләргә мәжбүр итә.
Алһыу Нәбиуллина, суд приставы: «Әлеге ваҡытта ул үҙ балаларына булған бурыстың бер өлөшөн ҡайтарҙы. Артабанғы бирәсәге лә суд приставтары күҙәтеүендә буласаҡ. Алимент тулыһынса түләнмәйенсә сикләүҙәр алынмай».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку