RSS
Башҡортостанда "Иң яҡшы муниципаль практика" Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы еңеүселәре билдәләнде
Ҡала округтары араһында "Бәләкәй ял итеү зоналарын үҫтереү һәм төҙөкләндереү" практикаһы буйынса Күмертау ҡалаһы, ауыл биләмәләре араһында Әбйәлил районының Асҡар ауылы беренселекте яуланы. Конкурста 24 ҡала һәм 11 ауыл ҡатнашҡан. Призлы урын алған муниципалитеттар Республика Хөкүмәте дипломы һәм аҡсалата премия менән бүләкләнәсәк. Еңеүселәргә федераль этапта ҡатнашыу хоҡуғы бирелде.
21 / 07 / 2017 255
Икмәк - барыһына ла баш
Заманыбыҙҙа ҡайһы берәүҙәр  көндәлек рациондан икмәк аҙыҡтарынан баш тартырға кәңәш итһә лә, ул һәр саҡ өҫтәлдә иң төп ризыҡтарҙың береһе булып ҡала.
18 / 07 / 2017 228
Тәүге урында - ғаилә ҡиммәттәре
Республикала демографик хәлде яҡшыртыуға йүнәлтелгән планлы эш алып барыласаҡ.
18 / 07 / 2017 203
Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше
Программаға ярашлы, республикала тиҫтәләп фельдшер акушерлыҡ пункты төҙөлгән, дүрт йөҙҙән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Федераль маҡсатлы программаһының был әле башҡарған эштәренең бер өлөшө. 2020 йылға тиклем ҡабул ителгән программа артабан нисек тормошҡа ашырыласаҡ? Бөгөн Өфөлә ауыл биләмәләрен заманса шарттарҙа тотороҡло үҫтереү мәсьәләләре буйынса күсмә кәңәшмә үтте.  Ултырышты Дәүләт Думаһының аграр мәсьәләләр буйынса комитеты уҙғарҙы.
18 / 07 / 2017 201
Көйөргәҙеләр Стәрлебаштар менән тәжрибә уртаҡлаша
Ике район хакимиәте етәкселәре киләсәктә сәнәғәт, мәҙәниәт, спорт һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй.
18 / 07 / 2017 246
Күмертауҙа күмер сығарыу эштәре яңынан башланды
Маячный ятҡылығының 1-се Төнъяҡ участкаһында тау-әҙерләү эштәре бара. Был хаҡта Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Күмерҙе "Көньяҡ Урал Күмер"предприятиеһы сығарасаҡ.
18 / 07 / 2017 249
Бөрөлә заманса ҡала мөхите
Ҡалала уңышлы эшләгән программа сиктәрендә 14 ихата алды һәм бер  парк төҙөкләндереләсәк. Өс бригаданан торған төҙөүселәр Интернационал, Гагарин урамдарында ихата алдарын төҙөкләндерә башлаған.
17 / 07 / 2017 194
Күмертауҙа авария хәлендәге йорттарҙы һүтеү программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла
Вокзал урамындағы иҫке өйҙәрҙә йәшәгән фатир хужалары яңы торлаҡ менән тәьмин ителгән. Бушап ҡалған биләмәлә тиҙҙән төҙөлөш эштәре башланыр тип көтөлә. Әлегә махсус техника ярҙамында ихаталағы ҡаралтылар алына, тирә-яҡ тәртипкә килтерелә.
14 / 07 / 2017 251
2014 йылда Ҡырым республикаһы Рәсәй составына ҡушылғас Башҡортостан Белогорск районын шефлыҡҡа алды
Ошо ваҡыт эсендә төбәккә төрлө өлкәләрҙә ярҙам күрһәтелде. Богатое ауылында 50-се йылдарҙа төҙөл­гән урта мәктәптә  Башҡортостан ярҙамы менән ҡыйыҡ һәм тәҙрәләр ремонтлан­ған. Әле яңыртыу эштәре дауам итә.
13 / 07 / 2017 252
Башҡортостандың арбитраж суды «Роснефть»тең «Система» корпорацияһына дәғүәһен ҡарауҙы бер аҙнаға күсерҙе
Яуап тотоусылар документтарҙы өҫтәп өйрәнеү өсөн бер ай ваҡыт һорағайны, әммә яңы хужалар эште тиҙерәк ябыу яҡлы. Киләһе суд  ултырышы 19-сы июлдә үтәсәк.
12 / 07 / 2017 243
Йортмо, фатирмы?
Өфөләр был һорауҙы үҙҙәренә йыш бирә. Сөнки баш ҡалала бер бүлмәле фатир алыуға ҡарағанда, ҡала ситендә торлаҡ һатып алыу арзанғараҡ төшкән кеүек. Әммә, эксперттар фекеренсә, был оҙаҡҡа бармаясаҡ. Күсемһеҙ милек баҙары туҡтауһыҙ үҫә һәм ниндәйҙер ҡарар ҡабул итер алдынан, ябай ҡағиҙәләрҙе белеү мотлаҡ.  
12 / 07 / 2017 188
Самолеттарға яңы двигателдәр
Өфө моторҙар эшләү берекмәһе палуба авиацияһы өсөн тәғәйенләнгән көс агрегаттарын йыйыуҙы яйға һалды.
11 / 07 / 2017 250
Хеҙмәт хаҡын ике йыл күргән юҡ
Баҡалы районында урынлашҡан төҙөлөш ойошмаларының хеҙмәткәрҙәре эш биреүсеһенә зарлана. Вахта буйынса Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йөрөп ҡайтҡан егеттәр буш  вәғәҙәләр менән генә туйынырға мәжбүр.
10 / 07 / 2017 242
Дүрт сәғәт эсендә юлһыҙлыҡ мәсьәләһе хәл ителгән
Сыуаш-Ҡыбау ауылының Гагарин урамында йәшәүселәр ярҙамды ситтән көтөп арығас, аҡса йыйып, асфальтты үҙҙәре һалдырған. Социаль селтәрҙәрҙә урындағы халыҡтың берҙәмлеге, әлбиттә, иғтибарһыҙ ҡалмаған. Мәсьәләне хәл итеү юлын, берәүҙәр ауыл хакимиәте башлығының мөрәжәғәттәрҙе яуапһыҙ ҡалдырыуы тип аңлатһа, икенселәр ситтән ярҙам көткәнсе, үҙеңә эшләп ҡуйыу яҡшыраҡ тигән фекерҙә.
10 / 07 / 2017 219
Республика биш ай эсендә хеҙмәт хаҡы буйынса бурыстарҙы 517 миллион һумға кәметеүгә өлгәшкән
Был турала бөгөн  Башҡортостандың Хеҙмәт һәм  халыҡты социаль яҡлау министрлығында үткән ведомство-ара комиссия ултырышында билдәләнде.
05 / 07 / 2017 243
ОСАГО полистарын һатыусы страховка компаниялары араһында һатып алыуҙа ғәҙелһеҙ эшмәкәрлек итеү осраҡтары асыҡланған
Мәсьәлә Өфөлә Монополияға ҡаршы Федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы вәкилдәре, страховка ойошмалары һәм һатыуҙарҙы тәҡдим итеүселәр, Милли банк хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙа ҡаралды.
30 / 06 / 2017 186
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ильяс Мөниров Өфө юлдарында төҙөкләндереү барышы менән танышты
Быйыл ҡалала 29 урам тәртипкә килтерелә, шулай уҡ Салауат Юлаев проспектында асфальт япмаһы яңыртыла. Бының өсөн федераль һәм республика бюджеттарынан 2 миллиард һум бүленә. 2018 йылда баш ҡалала тағы ла 43 урамда юлдар ремонтлана.
29 / 06 / 2017 175
Рәсәйҙең өс тиҫтәнән ашыу төбәгендә 120 километр юл һәм социаль әһәмиәттәге 80 объект төҙөләсәк
Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 20 миллиард һум аҡса бүленгән дә инде. «Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ» программаһын алмаштырған «Ипотека һәм торлаҡты ҡуртымға алыу» проектын ғәмәлгә ашырыу илдең төҙөлөш министрлығында тикшерелде. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, тәүҙә был проект өҫтәмә рәүештә 5 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөүҙе күҙ уңында тота, шулай ҙа бөгөнгө күрһәкес 6 миллиондан ашып киткән.
29 / 06 / 2017 182
Рәсәйҙә бөгөндән күп ойошмалар онлайн-касса аппараттарын ҡуллана башланы
Шулай уҡ 1 июлдән бөтә ҡорамалдар вай-фай менән тәьмин ителергә тейеш.
28 / 06 / 2017 230
Яҡташтарыңа хеҙмәт итеү ҙур мәртәбә
Ҡыйғы районында йәшәүсе эшҡыуар Руслан Гергель шундай фекерҙә. Төпкөлдә бәләкәй предприятие асыусы  социаль яуаплылыҡ төшөнсәһенә нигеҙләнеп эш итә. Ауылдаштарына яңы эш урындары аса, хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләй, ҡаҙнаны тулыландыра, хәйриә проекттарынан да ситләшмәй.
26 / 06 / 2017 229

Страницы: 1 2 3 4 5 ... 37 След.
Календарь новостей

Яндекс.Метрика