Тырышып эшләһәң, 150 мең аҡсалы, машиналы ла булырһың!

Тырышып эшләһәң, 150 мең аҡсалы, машиналы ла булырһың! 14.08.2017

Республика баҫыуҙарында ураҡ мәле. Техникаға тәжрибәле комбайнсылар менән бер рәттән Башҡорт дәүләт аграр университетының студенттары ла ултыра. Практика аҙағында яҡшы һөҙөмтә күрһәткән йәш хеҙмәткәрҙәргә төрлө дәртләндереү саралары күрелә.

Көндәр яҡшы торғанда, һәр минут ҡәҙерле. Ҡырмыҫҡалы районының "Садиҡов" крәҫтиән-фермер хужалығы баҫыуҙарында техника тауышы тынмай. Ике комбайнда ике студент иртә таңдан төнгәсә хужалыҡ баҫыуҙарын иңләй. Өс көн эсендә егеттәр 10 гектар арыш урған. Салауат Садиҡов баҫыуға эшкә килеүенә ифрат шат. Был уҡыу йортонда алған белемемде камиллаштыра, үҙемде һынап ҡарау мөмкинлеге, ти ул.
Техника яҡшы, кондиционер бар. Рәхәтләнеп эшлә, генә ти егеттәр. Салауат беренсе йыл комбайнға ултырыуына ҡарамаҫтан, техниканың айышына тиҙ төшөнгән.
Руслан Самиковтың икенсе йәйе Ҡырмыҫҡалы районы баҫыуында үтә. Ауылда тыуып үҫкән егеттәр ҡара эштән ҡурҡмай. Йәш хеҙмәткәрҙең тырышлығын, эшкә әрһеҙлеген хужалыҡ етәксеһе лә билдәләй. Ун өс йыл дауамында йыл һайын баҫыуға студенттар килә, уларҙың эшенән ҡәнәғәтмен, ти эшҡыуар.
Хеҙмәт отрядтары штабы комиссары әйтеүенсә, студенттар, тәжрибә туплауҙан тыш, 100-150 мең һумға тиклем аҡса эшләп, машиналы ла була ала. Ә был студенттарға баҫыуҙа тырышып эшләргә, яҡшы һөҙөмтә күрһәтергә дәртләндереү сараһы.
Университеттың махсуслаштырылған студенттар отряды ун йыл эшләп килә. Ике йүнәлештә: классик һәм хеҙмәт бригадаларына бүленгән студенттар йәйге практикаларын республиканан тыш, быйыл Краснодар крайында, Анапала һәм башҡа төбәктәрҙә үтә. Ә Ҡырмыҫҡалы баҫыуында Салауат һәм Руслан иң яҡшы комбайнсы исемен алырға тырыша. Хужалыҡ баҫыуында арышты урып бөткәс, улар бойҙай һуғырға  төшәсәктәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку