Республикала «500 ферма» комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә

Республикала «500 ферма» комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә 01.07.2014

Уға ярашлы, 2012-се йылдан алып хужалыҡтарҙа тоҡомло малдар һаны арта, техника һәм ҡорамалдар яңыртыла. Бөгөн Дүртөйлө районында маҡсатлы программаны тормошҡа ашырыу буйынса семинар-кәңәшмә үтте. 3 йыл эсендә башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды, киләсәккә пландар ҡаралды.

Уға ярашлы, 2012-се йылдан алып хужалыҡтарҙа тоҡомло малдар һаны арта, техника һәм ҡорамалдар яңыртыла. Бөгөн Дүртөйлө районында маҡсатлы программаны тормошҡа ашырыу буйынса семинар-кәңәшмә үтте. 3 йыл эсендә башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды, киләсәккә пландар ҡаралды.

Ғафури районының «Урожай» хужалығында эш гөрләй. Төҙөүселәр әле фермаға поликабонаттан яңы ҡыйыҡ эшләй, элеккеһе аша яҙлы -көҙлө һыу төшөп торған. Һарай хужалыҡтың һауын һыйырҙары өсөн тәғәйенләнгән. Ҡыйыҡтар ябыуҙан тыш, бында яңы һөт үткәргес торбалар һәм башҡа автоматлаштырылған ҡорамалдар һатып алыу планлаштырыла. Планды ғәмәлгә ашырыуға 22 миллион һум аҡса талап ителә. Киткән сығымдарҙың яртыһын дәүләт бюджеты ҡаплай.
Фермалар һәм ҡорамалдарҙы яңыртыу, мал һанын арттырыу, хужалыҡ эшселәренең хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу программаның төп маҡсаттары. Дүртөйлө районында үткән семинар кәңәшмәлә лә һүҙ ошо хаҡта барҙы. 3 йыл эсендә маҡсатлы программала 178 предприятие ҡатнашып өлгөргән. Быйыл программала ҡатнашыу хоҡуғы 26 хужалыҡҡа бирелгән. Барлығы 41 һөт-тауар фермаһы төҙөкләндерелергә тейеш. Белгестәр билдәләүенсә, программаны тормошҡа ашырыу, хужалыҡтарҙы яңы етештереү кимәленә сығарырға мөмкинлек биргән.
Семинарҙа республиканың ауыл хужалығы министрлығы белгестәре, 500 ферма программаһында ҡатнашҡан йәки ҡатнашырға теләгән ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре, ғилми тикшеренеү институттары, төҙөлөш һәм кредит ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Улар 3 йыл эсендә тупланған тәжрибәгә таянып, маҡсатлы программаға ҡушылырға теләүсе хужалыҡтарға кәңәштәр бирҙе. Райондың программала ҡатнашҡан «Вәлиев тоҡомсолоҡ заводы» миҫалында яңы ҡоролмалар, хеҙмәткәрҙәр өсөн бүлмәләрҙең нисек үҙгәреүе күрһәтелде. Яңы һөт үткәргестәр, күсмә һыйыр һауыу аппараттары ҡулланыу һөттөң сифатын күтәрергә, эш ваҡытын кәметергә ярҙам иткән.
Семинарға йыйылған белгестәр әйтеүенсә, 500 ферма программаһының ыңғай яҡтары күп. Шулай ҙа хужалыҡтарға программала ҡатнашыу өсөн билдәле талаптарҙы үтәргә кәрәк. Мәҫәлән, һауын һыйырҙары 200 баштан да кәм булмаҫҡа, 100 һыйырға 84 быҙау тура килергә тейеш. Был бәләкәй предприятиеларға ҡаршылыҡтар тыуҙыра. Әммә программа хужалыҡтарҙы үҫтереүгә ҙур этәргес бирә. Һәм һөҙөмтәлә маҡсат сығымдарҙы аҡлай улар.
Рәшит Тайбугин


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку