Халыҡты ағыулаусылар 01.07.2014



Архангел районы Абҙан ауылда йәшерен рәүештә спитрлы эсемлектәр һатыусылар ишәйгән. Һөҙөмтәлә һуңғы йылдарҙа был төбәктә йәшел йылан ҡорбандары ла арта. Үлем менән сауҙа итеүселәр, хатта Рамаҙан айында ла туҡтап тормай. Йәшерен һатыусылар дин ҡанундарын да, дәүләт закондарын да һанға һуҡмай.

Архангел районы Абҙан ауылда йәшерен рәүештә спитрлы эсемлектәр һатыусылар ишәйгән. Һөҙөмтәлә һуңғы йылдарҙа был төбәктә йәшел йылан ҡорбандары ла арта. Үлем менән сауҙа итеүселәр, хатта Рамаҙан айында ла туҡтап тормай. Йәшерен һатыусылар дин ҡанундарын да, дәүләт закондарын да һанға һуҡмай.

Күптәр өсөн йәшерен адресты «ҡырын тейәргә» яратыусылар яҡшы белә. Уларҙы йәшереп һатылған эсемлектең сифаты ла ҡурҡытмай. Ауылда үлем менән сауҙа итеүселәр күптәр. Мәскәүҙән ялға ҡайтыусы Рәйлә Хәйруллина балаларын урамға уйнарға сығарырға ла ҡурҡа. Ханым, кискә таба руль артына ултырыусы иҫеректәр күбәйә, тип зарлана.
Ханымдың һүҙҙәрен тикшереп ҡарау өсөн, ауылдағы йәшерен сауҙа нөктәләренең береһенә беҙ ҙә туҡталдыҡ. Эсемлек һатыусы ҙурыраҡ пластик һауытҡа һалынған шыйыҡса менән бүлмәгә инеп, ҡорған артында уны шешәгә бушатты. Был өлкәлә тәжрибә туплаусылар әйтеүенсә, ханым 95 градуслыҡ спиртҡа һыу ҡушып һата.
Ауылда ошондай шешәләргә тултырылған спиртлы эсемлек һаталар. Уның составы һәм ҡайҙан килтерелгәне тураһында мәғлүмәт юҡ. Еҫе лә шикле. Шешәнең быға тиклем ҡулланылған булыуы әллә ҡайҙан күренеп тора. Урындағылар әйтеүенсә, эсемлекте ауылда йорт һайын тиерлек һатып алырға була.
Әлбиттә, ауыл халҡының күпселек өлөшө айыҡ тормош яҡлы. Ауылдаштар милли йолалар һәм ҡабул ителгән закондарҙы һанға һуҡмай, еңел юл менән аҡса эшләүсе сауҙагәрҙәр эшмәкәрлеген туҡтатырға кәрәк тигән фекерҙә.
Аймара Рәхимова


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика