Белорет ҡалаһында полиция хеҙмәткәрҙәре 6 йәшлек малай менән уның олатаһын янғындан ҡотҡарған 01.07.2014

20 июнь төнөндә Кооператив урамындағы йорт янып китә. Төтөндө эргәлә генә дежурҙа булыусы патруль-пост хеҙмәте күреп ҡалып, ярҙамға ашыға.Уларға ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәткәрҙәре лә ҡушыла.

20 июнь төнөндә Кооператив урамындағы йорт янып китә. Төтөндө эргәлә генә дежурҙа булыусы патруль-пост хеҙмәте күреп ҡалып, ярҙамға ашыға.Уларға ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәткәрҙәре лә ҡушыла.

Был кадрҙар патруль машинаһында ҡуйылған видеотеркәү ҡоролмаһынан алынған. Торлаҡ йортта ут сығыуы хаҡында хеҙмәттәштәренән хәбәр алыу менән, полицияның ведомствонан тыш һаҡ бүлеге хеҙмәте янғын урынына ашыға. Улар килеп еткәнсе, икенсе ҡаттағы бер бүлмәне тотош ут ялмап алған була. Патруль-пост хеҙмәте инспекторы Илсур Нуретдинов һәм ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәтенең өлкән полицейскийы Азат Шәйәхмәтов ут эсендә ҡалған кешеләрҙе ҡотҡарырға ашыға. Ут сыҡҡан фатирҙың хужалары өйҙә булмау сәбәпле, ялҡын телдәре күршеләргә лә таралып өлгөргән. Коммуналь фатирҙа йәшәгән Рим Әбелғажиндың торлағы уға яҡын ғына урынлашҡан. Оло йәштәге кеше ейәне менән киске аштан һуң йоҡларға ятҡан була.
Рим Әбелғажин: «Ишекте бәреп ингәнгә уянып киттем. Бында кем бар тип һоранылар. Мин һәм ейәнем тинем. Беҙҙе ҡотҡарҙылар».
Тәртип һаҡсылары күрше фатирҙарҙағы кешеләрҙе эвакуациялай. Ҡаршыла ғына инвалид, аҫҡы ҡатта балалары менән пенсионер йәшәй. Бәхеткә, һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ.
Альбина Ғилметдинова: «Мин иң тәүҙә балам ни хәлдә тип һораным. Бөтәһе лә һәйбәт, атайығыҙ ҙа, улығыҙ ҙа ҡотҡарылды тинеләр».
Янғын эсендә ҡалыуҙың нимә икәнен кескәй йөрәге аша кисергән Владик яратҡан уйынсыҡтарын күрһәтә һәм үҫкәс ҡотҡарыусы булырға теләүен белдерә. Ә Рәсәй эске эштәр бүлегенең «Белорет» муниципаль- ара бүлеге хеҙмәткәрҙәрен наградаға тәҡдим итеү күҙ уңында тотола.
Башҡортостан эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте менән берлектә Рәмилә Исмәғилева


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика