Заманса агротехнологияларҙы үҙләштермәй тороп гектар ҡеүәтен арттырып булмаясаҡ

Заманса агротехнологияларҙы үҙләштермәй тороп гектар ҡеүәтен арттырып  булмаясаҡ 07.09.2017

Шулай уҡ республикала яңы культураларҙы индереү, йәғни  рапс, киндер, ноҡот, крампе баҫыуҙарын киңәйтеү талап ителә. Был турала бөгөн  Башҡортостан башлығы Шишмә районына эш сәфәре барышында белдерҙе.  Рөстәм Хәмитов Ҡытай баҙарын яуларға йыйынған май һығыу заводында һәм «Агроальянс» хужалығында булды.

Ер һелкетеп килгән комбайндың тауышы ғына түгел, эшкәртеү ҡеүәте лә   юғары. Был техника тәүлегенә 30 гектар тирәһе сөгөлдөрҙө йыя, уның ҡарауы яғыулыҡты әҙ сарыф итә. Әлбиттә хаҡы ла тешләшә, һәр бер хужалыҡтың хәленән килерлек түгел. Шишмәләр 40 миллион һум торған комбайнды биш йылға лизингҡа алған.
«Агроальянс» баҫыуҙарында Ропанан тыш башҡа заманса техника ла эшләй.  Татлы тамырҙы ҡаҙыу  тәүлек әйләнәһенә дауам итә.  Тәүлегенә 170 гектар майҙан ҡаҙыла.
Сөгөлдөрҙө ҡаҙған мәлдә гектар ҡеүәте, шәкәр кимәле генә түгел, хатта татлы тамырҙың нисек  ҡырҡылыуы ла әһәмиәткә эйә. Йәшел япраҡтар төптән үк алып ташланырға, осо киҫелергә тейеш.Заманса үҙйөрөшлө комбайнда ошо талаптрҙы тулыһынса үтәй ҙә инде, улар татлы тамырҙы тура заводҡа тапшырырлыҡ итеп  йыя.
Әле Республика буйынса  шәкәр сөгөлдөрөнөң гектар ҡеүәте 300 центнерҙан ашыу, быйыл татлы тамырҙың майҙандары ла арттырылған. Рөстәм Хәмитов хужаларҙан ураҡ компанияһы барышы, киләсәккә пландар хаҡында һорашты. Агроальянста  техник культуралар ҙа, иген дә мул уңыш биргән. Ә бына малсылыҡ тармағына килгәндә мал башын да, бер ҙыйыр:ан алынған ҙөт күләмен дә арттыру ҡарала.  Эшкәртеү урында, ете төрлө продукция етештерелә.  Тырышҡан кешеләргә беҙ ярҙам итергә әҙер, тине республика башлығы.
Республикалағы  шәкәр заводтары сеймалды ҡабул итергә  әҙер.  Шишмәнең май  һығыу  заводы ла  көнбағыштарҙың өлгөргәнен көтә. Предприятиела уңышты һкиптереү, һаҡлау өсөн тулы шарттар тыуҙырылған.
Шишмәләрҙең көнбағыш майы  Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә һәм сит  илдәргә оҙатыла. Иң  төп һатып алыусы Татарстандың Махеев предприятиеһы. хужалар килсәктә Ҡытай баҙарын яуларға ла уйлай.
Шишмә заводының ҡеүәте юғары, республика баҫыуҙарында үҫтерелгән көнбағыш ҡына ихтыяжды тулыһнса тәьмин итә алмай.  Шуға күрә  завод сеймалды Һамар, ырымбур өлкәләренән дә һатып ала.   Республика башлығы әйтеүенсә ҙур һорау менән файҙаланылған һәм яңы культураларҙың  майҙандарын киңәйтеү мотлаҡ.  Һәм замансаагротехнологияларҙы ҡулланып гектар ҡеүәтен арттырмай тормо мул уңыш алып булмаясаҡ.
Әле иһә төп  бурыс үҫтерелгән уэңышты көндәр аяҙ торғанда юғалтыуһыҙ йыйып алыу.   Бураларға 2 миллион ярым тонна ашлыҡ һалынған. Шул уҡ ваҡытта ужым культураларын сәсеү ҙә дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку