Һыйыры барҙың - һыйы бар

Һыйыры барҙың - һыйы бар 16.06.2016

Баймаҡ районында  өс-дүрт баш  эре мал аҫыраусы уңған хужалар күп. Йүнселдәр өсөн ит, һөт тапшырып, файҙаһын күреү - тормош талабы. Һуңғы йылдарҙа  халыҡтан һөт йыйып, ваҡытында иҫәпләшеп барыусылар ҙа арта.  Ҡуянтау ауылынан  Миләүшә менән Рәил Әхмәтйәновтар тап шундайҙарҙан.

Йәй - мул һөт осоро. Иртәнән урам буйлап йөрөгән һөт йыйыусыларҙың бара йөгө ауырайып китә.  Әле Ҡуянтау ауылында һөт йыйыуҙың иң уңышлы мәле.  Миләүшә һәм Рәил Әхмәтйәновтар  бер ай халыҡтан  һөт йыйыу менән булыша.  Һөт йыйыусыларҙы урындағылар  дүрт күҙ менән көтөп тора тиерлек. Сөнки ошоға тиклем ауылда һөт йыйыу тейешенсә  ойошторолмай. Әле  урындағыларҙан көнөнә    йәмғеһе 100  литр тирәһе аҡ   йыйыла, йәй урталарында был күрһәткес   икеләтә‐өсләтә артыр тигән өмөттә, һөт йыйыусылар.
Һөттөң  йыйыу мәле иртә таңдан башланғаны яҡшы. Уңған хужабикәләр һауылған һөтөн әҙерләп көтөп кенә тора.  Альмира Әбдрәшитова    ике һыйыр тота. Көнөнә  хужабикә 10 литрҙан да кәм аҡ тапшырмай. Һөттән килгән ҡул аҡса ваҡ-төйәккә етеп тора.
Көн дә килеп торған ҡулаҡсаң булғанда ғына донъя көтөүе еңелерәк икәнлеген күптәр аңлай, ә хужабикәләр бигерәк тә.
Ауыл  халҡы көн дә тиерлек ҡалаға  сығып китә алмай. Ә һөт йыйыусылар ошо хеҙмәте менән  ауыл халҡына  ҙур ярҙам  күрһәтә. Ваҡытында һөт тә тапшырыла, аҡсаһы ла килеп тора.  


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку