Һыйырҙың һөтө телендәме йәки һәр тоҡомло мал паспортлы булырға тейеш

Һыйырҙың һөтө телендәме йәки һәр тоҡомло  мал паспортлы булырға тейеш 14.02.2017

Башҡортостанда һөтсөлөктө арттырыуҙа малдың тоҡом үҙенсәлектәрен өйрәнеү ҙур урын биләй. Хайуандар ДНК-һына паспорт юлламай тороп бер генә хужалыҡ та тоҡомсолоҡ эше менән шөғөлләнә алмай. Малҡайҙарҙың етештереүсәнлеген күҙәнәктәр кимәлендә  тикшереү Башҡорт дәүләт аграр университетындағы молекуляр генетика лабораторияһында ойошторолған.

Башҡортостанға ситтән индерелгән  "голштин-фриз" тоҡомло һыйырҙар  йылына 10 мең килограмм һөт бирергә һәләтле. Ә был күрһәткес ябай малдыҡынан 3 меңгә күберәк. Республикала  һауым һыйырҙарын үрсетеү буйынса  73 хужалыҡ тоҡомло мал аҫырай, ете  ойошмала ит биреүсе һыйырҙар, 15-тән ашыу предприятиела башҡорт тоҡомло аттар үрсетелә. Ситтән килтерелгән мал һаны йылдан-йыл арта. Уларҙың тоҡом үҙенсәлектәрен билдәләү һәм өйрәнеү  Башҡорт дәүләт аграр университетының молекуляр генетика лабораторияһында алып барыла.
        
Уҡыу йорто яңыраҡ ҙур заказ алған. Башҡорт дәүләт аграр университеты молекуляр генетика лабораторияһында  Башҡорт ит компанияһындағы тоҡомло малдарҙың үҙ нәҫеленә тап килеү-килмәүен өйрәнәсәк. ДНК үҙенсәлектәре буйынса малдарҙың ит,  һөт биреүҙәге продуктлылығын, төрлө сирҙәргә бирешеүсәнлеге билдәләнә.    

ДНК -ны өйрәнеү өсөн хайуандың  ҡаны тапшырыла. Эш бер нисә этапта башҡарыла.  

Артабан материал ультразәңгәр тулҡындар аҫтына ҡуйыла. Нәҫел билдәләре  төҫлө сағылыш табып компьютер экранында күренә. Схемалағы таяҡсалар буйынса  малдың төп сифаттары асыҡлана.

Лабораторияла бөтәһе   40 меңдән ашыу мал ДНК-һы тикшерелгән. Тикшеренеүҙәрҙә башҡорт тоҡомло аттар айырым урын алып  тора. Ниһайәт, һуңғы йылдарҙа  башҡорт тоҡомо юғалыуға таба  бара тигән имеш-мимештәргә яуап табылды. Уҡыу йорто ғалимдары йылҡы малдарының нәҫел үҙенсәлектәрен ныҡлап өйрәнеп, был хәбәрҙең ысынбарлыҡҡа тап килмәүен белдерә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика