Йылайырҙар ҙа һабантуй байрамына йыйылды

Йылайырҙар ҙа һабантуй байрамына йыйылды 10.06.2017

Тотороҡһоҙ һауа шарттары арҡаһында халыҡ сағыштырмаса аҙ булды. Шулай ҙа йыл һайын  көтөп алған байрамдан ауыл халҡы ситтә тороп ҡалманы. Ойоштороусылар сарала  күп милләтле район халҡының  йолаларын тергеҙеүҙе төп маҡсат итеп ҡуйған. Әммә  шулай ҙа төп иғтибар үҙәгендә  хеҙмәт батырҙары булды.

Һабантуй йәме - тирмәләр. Быйылғы сараға ла ялан буйлап теҙелгән сағыу тирмәләр яланға байрам йәме өҫтәп, әллә ҡайҙан  үҙенә саҡырып торҙо.  Йылайыр ерендә башҡорт халҡы менән бер рәттән, татар, сыуаш, рус милләте вәкилдәре  татыу ғүмер итә.  
Татарҙар  ваҡ бәлеш, сәк-сәк кеүек ҡамыр ризыҡтары менән һыйлаһа, күрше тирмәләге юлдыбайҙар һабантуйға башҡорт ризыҡтарын алып килгән. Улар ҡорған тирмә тирәләй һыйыр ағынан етештерелгән милли ризыҡтарҙы ла, сағыу ҡул эштәрен дә күрергә мөмкин ине.
Оло байрамға йыйылған ҡунаҡтарҙы тирмәләрҙә ҡаршылап, ата-бабаларыбыҙҙың тормошо, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырып, милли аш-һыуҙар менән һыйлайҙар. Боронғолоғо менән үҙенә ылыҡтырған тирмәләр сит тарафтарҙан килгән ҡунаҡтарҙа ла ҙур  ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
Ауыл янындағы  аҡланда уҙған сарала  һәр кем  күңеленә яҡын  тамашаны күҙәтә алды. Хеҙмәт коллективтары парадынан һуң  сәхнәлә  яҙғы баҫыу эштәре һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр билдәләнде.  
Әйткәндәй, байрам барышында йылайырҙар тантаналы рәүештә  Урал аръяғында иғлан ителгән «Таҙа Һаҡмар» акцияһы эстафетаһын хәйбуллаларға тапшырҙы. Билдәле булыуынса, акция май айында  Әбйәлил районыда старт алып, эстафета рәүешендә Урал аръяғы райондары буйлап үтә. Акцияла Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары һәм Ырымбур өлкәһенең Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан ауыл биләмәләре ҡатнаша.
Һабантуйҙа йола буйынса төрлө конкурстар ойошторолдо. Мәҫәлән,  шаяндар ҡатыҡ тултырылған табаҡтарҙан тәңкә алыуҙа ярышһа, икенселәр  бағана  башына үрмәләне.  Ә инде байрам уртаһын, әлбиттә, милли көрәш, ат сабышы  алды.  Асылда һабантуй яҙғы сәсеү эштәре тамамланыуға арналған, ялан батырҙарына, малсыларға - ғөмүмән агросәнәғәт комплексында ал-ял белмәй эшләүсе уңғандарыбыҙға дан йырлаусы байрам булып  иҫәпләнһә лә, ул күптән инде халыҡ  байрамына әүерелгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку