Йыл әйләнәһенә өс тапҡыр уңыш һәм 2 миллион тоннанан ашыу йәшелсә

Йыл әйләнәһенә өс тапҡыр уңыш һәм 2 миллион тоннанан ашыу йәшелсә 26.07.2017

"Алексеевка" хужалығы етештереү ҡеүәтен арттыра. Бөгөн предприятиела 2 ярым гектарҙы биләгән яңы теплицалар сафҡа инде. Майҙандарҙы киңәйтеү хеҙмәт урындарын арттырасаҡ.  Иң  мөһиме,  үҫеш ҡеүәте  һүлпәнәйә башлаған. "Алексеевский" совхозы эшмәкәрлеген  йәнләндерәсәк. Яңы теплица мөмкинлектәре һәм хужалыҡтың артабанғы яҙмышы менән Рөстәм Хәмитов та ҡыҙыҡһынды.

Яңы сафҡа ингән теплицалар быға тиклемгеләренән тыштан уҡ айырылып тора. Заманса технологиялар буйынса ҡоролған япмалар ҡояш нурҙарын да яҡшыраҡ үткәрә, йылылыҡты ла һаҡсыл  тота. Климат шарттары яҡшы булған теплицалар уңышты ла байтаҡҡа күберәк бирәсәк, ти хужалыҡ етәкселеге.

Һуңғы технологиялар ярҙамында төҙөлгән теплицалар йылына өс тапҡыр уңыш йыйыу мөмкинлеге бирә. Иң мөһиме бында тәбиғи ашламалар ғына ҡулланасаҡтар. Химик препараттарҙы юҡ кимәлендә генә файҙаланабыҙ, ти агрономдар.

Яңы теплицалар - яңы эш урындары. Хужалыҡта әле үк ике йөҙҙән ашыу өҫтәмә ҡул көсө талап ителә. Эшсе көстәрҙе һаҡлап ҡалыу , лайыҡлы эш урындары һәм хеҙмәт хаҡын арттырыу төп маҡсаттарҙың береһе, тине Рөстәм Хәмитов хеҙмәткәрҙәр менән әңгәмәләшеп.

Әле йәмғиәттә ,,Алексеевка,, хужалығының артабанғы яҙмышы тураһында төрлө имеш-мимештәр йөрөй. Йәнәһе лә, предприятие тулыһынса һатыла һәм хеҙмәткәрҙәрҙе ҡыҫҡартыу башланасаҡ. Рөстәм Хәмитов совхоз шәхси ҡулдарға күсмәйәсәк, әммә хужалыҡтың миллиард һумдан ашыу йыйылған бурысын ҡаплау, уның хәлен яҡшыртыу өсөн инвесторҙар ярҙамы ла талап ителә тине .

Шулай ҙа хәл бөтөнләй мөшкөлдән түгел. Алексеевка хужалығы тотош илдә ҡеүәтле предприятиеларҙан һанала. Бында етештерелгән йәшелсә-емеш, ит, һөт ризыҡтарын Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында осратырға мөмкин.

Яңы сафҡа ингән теплица ҙур проекттың башы ғына. Киләһе йылдарҙа быға тиклем эшләп килгән утыҙ гектар теплица модернизацияланып уның урынына 43 гектарҙы биләгән япмалар урынлаштырыласаҡ. Ул сағында совхоз  бурыстарынан арыныу ғына түгел, илдең ҡеүәтле теплица хужалыҡтарына конкуренция булдыра аласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку