Йыл дауамында республикалағы барлыҡ ауыл хужалығы дәүләт унитар предприятиелары ла акционерлаштырылырға тейеш

Йыл дауамында республикалағы барлыҡ ауыл хужалығы дәүләт унитар предприятиелары ла   акционерлаштырылырға тейеш 07.03.2017

Был турала бөгөн хәбәрселәр менән осрашыуҙа Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе.

Исемлеккә «Алексеевка», «Рощинский», «Башплодородие», «Үҙәк» һәм «Урал аръяғы» машина-технология станциялары ингән, ә бына селекция үҙәге һаналған «Благовар» тоҡомло ҡошсолоҡ заводына бындай үҙәрештәр ҡағылмай. Акционерлаштырыу хосусилаштырыу тигәнде аңлатмай, тине министр. Ул тәү сиратта ауыл хужалығына инвесторҙар йәлеп итеүҙең һөҙөмтәлелеген арттырырыға булышлыҡ итәсәк. Илшат Фазрахманов шулай уҡ яҙғы-баҫыу эштәрен уҙғарыу мәсьәләһенә лә туҡталты. Яуаплы компанияға быйыл 8 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтеү ҡарала. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда биш процентҡа күберәк. Әммә быйылдан ҡайһы бер хужалыҡтарға билен быуырға тура килеүе ихтимал. Сөнки бурыстары булған предприятиелар судсидияларға өмөт итә алмаясаҡ.  
Илшат Фәзрахманов, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры: «Быйылдан республикала агросәнәғәт комплексын судсидиялауға үҙгәрештәр индерелде. Уға ярашлы, дәүләт аҡсаларын һөҙөмтәле эшләүсе хужалыҡтар, йәғни 1-се мартҡа тиклем һалымдар һәм йыйымдар, башҡа түләүҙәр буйынса бурыстары булмаған  предприятиелар ғына аласаҡ».  
Шулай уҡ әле республикала «Агрокомплекс» халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәгә лә әҙерлек бара. Сирек быуаттан ашыу эшләү дәүерендә күләмле форум агросәнәғәт комплексы техникаһы һәм ҡорамалдары, эшкәртеү сәнәғәте һәм туҡланыу продукттары экспозицияһы өсөн ҙур майҙансыҡтарҙың береһенә әүерелде. Быйыл унда Рәсәйҙән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән 300-ҙән ашыу компания ҡатнашырға теләк белдергән. Күрҙәҙмәгә тәүге тапҡыр илдең көньяҡ төбәктәре, шул иҫәптән Адыгея республикаһы, Ростов өлкәһе, Краснодар, Ставрополь крайҙары вәкилдәре килеүе көтөлә. Яңы форматта үтәсәк күргәҙмәлә ауыл хужалығындағы проблемалар һәм көнүҙәк мәсьәләләр буйынса асыҡтан-асыҡ фекер алышыу ҡарала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку