Ҡыйғы районында ауыл хужалығы предприятиеларын, эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә

Ҡыйғы районында  ауыл хужалығы предприятиеларын, эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә 24.11.2016

Быйыл дүрт хужалыҡ республика грантын отҡан.Төбәктә «500 ферма» проекты ла уңышлы тормошҡа ашырыла.Маҡсатлы программа сиктәрендә «Әй колхозы»нда ҡуралар төҙөкләндерелгән,техника һәм тоҡомло мал һатып алынған.

Эринаның үҙ армияһы. «Әй колхозы» һауынсыһы һыйырына яратып шулай тип өндәшә. Бында һәр малҡайҙың номеры ғына түгел, исеме лә бар. Марго, Флейта, Лада - һәр береһенең холҡона ҡарап бирелгән. Көнөнә, йылына күпме һөт биреүе тураһында мәғлүмәт журналда теркәлеп бара. Свердловск өлкәһенән һатып алынған сыбар тоҡомло һыйырҙарҙан йылына өс мең ярым килограмм һөт һауып алына. Һауым күләме әле тәүлегенә ете литрҙан ашыу самаһы.
Ауыл хужалығы предприятиеһы Башҡортостанда эшләп килгән «500 ферма» маҡсатлы проектында ҡатнашып дәүләт ярҙамы алған. Тотонолған 30 миллион һум аҡсаның 14 миллионы ҡайтарып бирелгән. Ҡуралар төҙөкләндерелгән, техника яңыртылған, Италияла етештерелгән һауын аппараты һатып алынған. Сит ил технологияһы буйынса һөт һыйырҙан һауып алынғас торбалар буйлап китә һәм дөйөм һауытҡа ҡойола. Хеҙмәткәрҙәргә ауыр бидон күтәреп йөрөйһө түгел.
Ҡыйғы районының «Әй колхозы» уҙған быуаттың алтмышынсы йылдарынан бирле эшләп килә. Үҙгәртеп ҡороуҙар ваҡытында ла коллектив хужалыҡ тарҡалмаған. Йылдан-йыл үҫешә барып мал һанын арттырыуға ирешелгән.Әле бында туғыҙ йөҙгә яҡын һыйыр һәм йөҙҙән ашыу йылҡы малы иҫәпләнә. Яһалма ҡасырыу буйынса тоҡомло мал да үрсетелә. Быйыл хужалыҡ 365 быҙауға артҡан.
Колхозға район ҡаҙнаһынан быйыл миллион ярым һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән, республика бюджеты грантына дүрт хужалыҡ эйә булған.
Һөт етештереүгә иғтибар ҙур.  Халыҡтан һөт йыйыу пукттары ла ойошторолған. Эре хужалыҡтарға ярҙам күрһәтәбеҙ. Әле яңыраҡ ҡына Әй колхозы 500 ферма республика маҡсатлы программаһы нигеҙендә етештереү ҡеүәттәрен яңыртты. Мәсәғүт һөт эшкәртеү комбинаты менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Янғантау шифаханаһы ла ҙур теләк менән төньяҡ көнсығыштағы экологик яҡтан иң таҙа төбәктәрҙең береһе булып иҫәпләнгән Ҡыйғы районынан һөт һатып ала.
«Әй колхозы» ауыл хужалығы предприятиеһы төбәктә һөт һәм ит етештереү буйынса алдынғылар рәтендә. Продукция «Янғантау» шифаханаһы,Ҡатау-Тамаҡ ҡалаһы һәм Силәбе өлкәһе заводтарына оҙатыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку