Ҡышҡы йәрминкәләр гөрләй

Ҡышҡы йәрминкәләр гөрләй 10.02.2018

Бөгөн Өфөнөң Совет районында хужалыҡтар башлыса ит менән сауҙа итте.  Ауыл фермерҙары, эшҡыуарҙар ҡала халҡына сифатлы ризыҡ тәҡдим итеп ҡулаҡса эшләү мөмкинлегенә эйә булды

Иртәнге сәғәттәрҙән үк халыҡ йәрминкә ойошторолған майҙанға ағылды. Улар хаҡынан  да бигерәк, ауыл хужалығы етештереүселәренең сифатлы аҙыҡ-түлеген һатып алырға ашыға. Йәрминкәгә республиканың ике тиҫтәләп районынан йөҙҙән ашыу ҡатнашыусы килде. Сауҙала айырыуса Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Шишмә һәм Кушнаренко райондары эшҡыуарҙары әүҙемлек күрһәтте. Шулай уҡ  көнбағыш майы, бал, ҡул эштәре лә күп ине. Шулай уҡ кәштәлә  өйрәк, тауыҡ, ҡаҙ иттәре лә күп ине.
Бөгөн йәрминкәнең ҡаланың бер майҙанында ойошторолоуы һатып алыусыларға ҡулай булды. Был һайлау мөмкинлеген киңәйтте. Әллә ни ҡиммәт тә түгел, етмәһә, хаҡын да төшөрәләр, ти даими һатып алыусылар. Киләһе йәрминкә 17 февралгә тәғәйенләнгән.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку