Ҡыш ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн яуаплы осор

Ҡыш ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн яуаплы осор 16.01.2017

Кәртәгә ингән малды, йәш быҙауҙарҙы юғалтыуһыҙ ҡышлатыуға  мал аҙығының етәрлек кимәлдә әҙерләнеүе мөһим. Уҙған йылдың ауыл хужалығы өсөн яҡшы килеүе мал ҡышлатыуҙы уңышлы башҡарып сығырға мөмкинлек бирә. Бөгөн Баймаҡ районы Ленин исемендәге, «Рассвет» ауыл хужалығы кооперативтары, крәҫтиән-фермерҙар малсылыҡ буйынса яҡшы күрһәткестәргә эйә. Теманың дауамы-Рассвет хужалығынан әҙерләнгән материалда.

Ҡышҡы осорға ферма торошоноң ныҡлы әҙерлеге, коллективтың берҙәм хеҙмәте менән «Рассвет» ауыл хужалығы кооперативында мал ҡышлатыу осоро уңышлы башҡарыла. Бөгөн бында тиҫтәнән ашыу кеше үҙ эшенә намыҫлы ҡарай.  Әле малдарҙың күпләп артҡан сағы-көн дә тиерлек  хужалыҡ йәш быҙауҙар менән тулылана. Был уңышлы башҡарылған яһалма ҡасырыуҙың һөҙөмтәһе. Ошо миҙгелдә ҡасырылған малдарҙың яртыһы быҙаулаған да инде.
Ошо көндәрҙә киләһе йылға йәш таналарҙа ҡасырыу эше башланасаҡ. Был урындағы хужалыҡтың киләсәгенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Мөһим эштәр менән бер рәттән, ауыл эшсәндәре алдында малдарҙы имен ҡышлатыу бурысы ла тора. Йәйгеһен барлығы 2500 тонна сенаж,500 т бесән һәм фураж әҙерләнә. Мал аҙығының етәрлек кимәлдә булыуы яуаплы осорҙо юғалтыуһыҙ үткәреүгә булышлыҡ итә.
Бөгөн районда мал ҡышлатыу тулы ҡеүәтендә бара. Йылдағыса, Ленин исемендәге  кооператив, Күлтабан мегафермаһы, Рәсүлев, Ҡасҡынов фермер хужалыҡтары яҡшы һөҙөмтә күрһәтә.Үткән йыл менән сағыштырғанда, һауым да, тыуым да күпкә юғарыраҡ. Быға әлбиттә, тәү сиратта, йылдың уңышлы килеүе, шуның менән бер рәттән, коллективтың тырыш хеҙмәте ҙур йоғонто яһай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку