Ҡырмыҫҡалы районы Шайморатов исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһы малсылыҡ һәм үҫемлекселек менән шөғөлләнә

Ҡырмыҫҡалы районы Шайморатов исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһы малсылыҡ һәм үҫемлекселек  менән шөғөлләнә 03.12.2016

Хужалыҡ табышлы эшләһен өсөн ҡәтғи тәртип  булдырылған һәм кадрҙар мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителгән. Уңышлы эшләүсе хужалыҡ сәләмәтлеге ҡаҡшаған балаларға хәйриә ярҙамы күрһәтергә лә форсат таба.

Хужалыҡта башлыса ҡара сыбар тоҡомло һыйырҙар үрсетелә. Һөт продукцияһы күләмен һәм сифатын арттырыу маҡсатында малдар менән  ентекле тоҡомсолоҡ  эше башҡарыла һәм рацион төрләндерелә.  Шайморатов исемендәге һөтсөлөк фермаһында  25 кешегә эш урыны булдырылған.
Был бинала кисә генә донъяға килгән йәш быҙауҙар. Улар һөт тоҡомло ҡара сыбар һәм  Абердин Ангус ит тоҡомло малдарын ҡушып алынған. Абердин Ангус  тоҡомло һыйырҙар һауылмай, уларҙың һөтө тәбиғи шарттарҙа  быҙау имеҙер өсөн ҡулланыла.
Алексей Мөхәмәтйәнов, Шайморатов яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең баш мал табибы: «Киләсәктә башҡа тоҡомдарҙы ла үрсетергә иҫәп бар. Һөттөң сифатын күтәреү уның ҡуйылығынан һәм таҙалығынан да тора. Әлеге ваҡытта һөт ҡуйылығы 4,5 бүлем тәшкил итә. Беҙ аҙыҡ сифатын арттырып, һөт ҡуйылығын да күтәрергә ниәтләйбеҙ».
арттырырға иҫәптәре. Калифорния ҡуяндары ла ветеринария өлкәһендә төплө белем менән ҡоралланған   егәрле ҡулдарҙа яҡшы үрсем бирә. Юғары сифатлы ҡуян ите Өфө ресторандарында ҙур ихтыяж менән ҡулланыла. Әйткәндәй, ҡуян балаларын шәхси хужалыҡтарҙа үрсетеү өсөн 300 һумдан һатып алырға мөмкин. Шайморатов исемендәге ауыл  хужалығы предприятиеһында  заман менән бергә атлаусы йәштәр фекеренә таянып эш итәләр.
Радмир Сәлихов, Шайморатов исемендәге яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең үҫеш директоры: «Яҡын киләсәктә беҙҙең планда һөт эшкәртеү линияһын ҡороу .Әлеге ваҡытта был проект өҫтөндә эшләйбеҙ.Уны тормошҡа ашырыу беҙгә һөт продукцияһынан алынған тауарҙы ҡулланыусыға сифатлы һәм уртаса баҙар хаҡтарынан да ҡиммәт булмаған хаҡҡа һатыуға сығарырға мөмкинлек бирәсәк».
Шайморатов исемендәге хужалыҡта 800 -ҙән ашыу мал аҫрала. Һөт һәм ит йүнәлешендә эшләүселәр киләсәктә сеймалдан, сифатлы һәм бөтә санитар талаптарға яуап биргән үҙ продукцияһын да етештереп, магазин кәштәләренә сығарырға иҫәп тота. Хужалыҡ Башҡортостан юлдаш телевидениһының хәйриә акциялары аша сәләмәтлеге ҡаҡшаған балаларға аҡсалата ярҙам күрһәтә. Лейкоздан яфаланыусы 11 йәшлек Әмир Ҡарасуринға аҡсалата ярҙам ителгән. Киләсәктә лә Шайморатов исемендәге хужалыҡ  сәләмәтлеге ҡаҡшаған балаларға хәйриә ярҙамын дауам итәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку