Ырҙын табаҡтарына тәүге ылауҙар оҙатыла башланы

Ырҙын табаҡтарына тәүге ылауҙар оҙатыла башланы 14.07.2016

Башҡортостан хужалыҡтары иген урып-һуғыуға тотондо. Уңыш ярайһы ғына яҡшы, ти аграрийҙар. Хәҙер ашлыҡты юғалтыуһыҙ йыйып алыу тәү бурыс. Ураҡҡа  тәүгеләрҙән булып төшкән  Мәләүез районының  "Салауат" хужалығындағы эш барышы менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә ҡыҙыҡһынды.

Баҫыу караптары алтын ашлыҡ диңгеҙен гиҙә. 14 йәшенән алып ошо караптарҙа йөрөгән  Фидан Әлимбаев өсөн иң ҡыҙыу мәл - ураҡ  башланды. Көнөнә ул 15-17 бункер иген бушата. Был кәм тигәндә, йөҙ тонна ашлыҡ. Аяҙ көндөң һәр минуты ҡәҙерле. Ялан батырҙары тәүлегенә ун сәғәтен комбайн эсендә үткәрә. Ләкин эш күңелле, ти Фидан.
"Салауаттар" республикала уңыш йыйыуға тәүгеләрҙән  төшкән хужалыҡтарҙың береһе.  Быйыл  яҙҙың иртә килеүе кампанияны  ун көнгә тиҙләткән. Ауыл эшсәндәренә 3 мең ярым гектарҙа бөртөклө культуралар урыу кәрәк. Шуларҙың мең ике йөҙ гектары  ужым культуралары.  Ашлыҡ ярайһы уҡ яҡшы өлгөргән, ти белгестәр.
Ата-бабалар ысулы быйыл да ысынбарлыҡҡа тап килә. Ужым бойҙайының гектар ҡеүәте утыҙ центнер. Хужалыҡ эшсәндәре ике көн эсендә генә мең тоннаға  яҡын уңыш йыйып ырҙын табаҡтарына оҙатҡан. Әле ашлыҡты ситкә ебәреү  бөтөнләй отошһоҙ. Игенде хеҙмәт хаҡы,  ураҡ барышына кәрәк-яраҡтар алыу өсөн генә һаталар.
Салауаттар быйыл 105 мең центнер ашлыҡ йыйып алырға иҫәп тота. Бының өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Техника, яғыулыҡ майлау материалдары, хөкүмәт ярҙамы менән дә өҙөклөктәр юҡ. Көнө генә торһон, ти аграрийҙар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку