Ҡымыҙ етештереүселәрҙен республика конкурсында Дәүләкән районынан Сания Ниғмәтуллина енеүсе булды 30.06.2016

Ә ин яҡшы мал көтөүсеһе Баймаҡ районында йәшәй. 11-се йыл уҙғарылған бәйге быйыл  республиканың көньяғында үтте.

Бәйгенен төп шарты буйынса ул йылда енеүсе районда үтә. Былтыр Әлшәй районыныда уҙған конкурста тап Баймаҡ вәкиле Әҡлимә Әфлүтунова беренсе урынға сыҡҡайны. Унын ҡаҙылы кымыҙын жюри агзадары юғары баһалаған. Шуға ла быйыл баймаҡтар  27 райондын билдәле ҡымыҙ һауыусыларын, хужалыҡ етәкселәрен һәм мал көтөүселәрен ҡабул итте.

Йылҡы малын үрсетеү, бейә һауып кымыҙ етештереү, дөйөм алғанда, республиканын көньяҡ райондарына тура килһә лә, бөгөн Башҡортостандын 32 төбәгендә ҡымыҙ етештерелә. Бәләбәй, Дәүләкән, Ҡыйғы, Әлшәй һәм башка район вәкилдәренен ошондай  бәйгеләрҙә теләп ҡатнашыуы ошоға ишара.

Республикала 120 мен баш йылҡы малы аҫрала, шунын 15‐20 мене Баймаҡ районы исәбенә тура килә. Ә ҡымыҙ етештереү буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе урында тора.

Ҡымыҙ бәйгеһе менән бер рәттән шул уҡ майҙанда көтөүселәр конкурсы ла барҙы. Бөгөн һирәк осрай торған һәм шуға ла ихтияж менән файҙаланған был һөнәр эйәләренен дә оҫталыҡ кимәле баһаланды. Шулай итеп быйылғы ҡымыҙ бәйгеһенен енеүсеһе итеп Дәүләкәндән Сания Ниғмәтуллина танылһа, мал көтөү оҫталығы буйынса Баймаҡ районы егете Урал Игебаевҡа етеүсе булманы.

Башҡорт балынан ҡала халык ара аренала халҡыбыҙҙын милли йөҙөн билдәләгән, кеше сәләмәтлеге өсөн файҙалы булған ҡымыҙҙы кин таратыу, уны йәштәр араһында пропагандалауҙа был бәйгенен әһәмиәте ифрат та ҙур булып ҡала. Шуга ла уны йылда үткәреүгә дәүләт тарафынан етди ихтибар бүленә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика