Ҡыл өҫтөндә ҡалған хужалыҡ 06.04.2015

Учалы районының Илсе ауылы хужалығы предприятиеһы тирәләй ғауға ҡупты. Һөт фермаһының яңы етәксеһе пай ерҙәре менән эш итеүҙән баш тарта. Ауыл кешеләре быға риза түгел. Ауылдаштар фекеренсә, инвестор, унан алдағы етәксе кеүек үк,  предприятие аҡсаһын  һәм малдарҙы бөтөрөр, тип хәүефләнә. Бер һүҙ менән әйткәндә,урындағы халыҡ уның эшмәкәрлегенә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдерә.

Ҡасандыр илдең иҡтисади хәлен яҡшыртыу, ауыл хужалығы тармағын күтәреүгә үҙ өлөшөн индергән урындағы халыҡ фекере ҡәтғи яңғырай. Ауылдаштар хужалыҡҡа колхоз тормошона бер ҡыҫылышы ла булмаған Әрмәнстан вәкиленең  идара итеүенә риза түгел. Халыҡ ярһыуы тотош ауылға тиерлек ишетелә.
Колхоз тирәләй тыуған ығы-зығы инде етенсе йыл дауам итә. Ул саҡта 2 мең баш һыйыр, 250 баш йылҡы малы, бер нисә берәмек ауыл хужалығы техникаһы булған предприятиеның Рәхмәтуллин менән Фәттәхов тигән кешеләр ҡулына төшә. Был хәлде халыҡ рейдерлыҡҡа тиңләй. Ҡасандыр гөрләп торған хужалыҡ күҙ алдында бөлгөнлөккә төшә, малдар һаны ла ҡырҡа  кәмей. Хәҙер килеп, тарҡалыу сигендә торған хужалыҡ йәнә ят кешегә күскән. Сит ил инвесторы Тамази Алоян хужалыҡты күпмегә һатып алыуын коммерция сере, тип кенә аңлата. Яңы етәксе хужалыҡты көрсөктән сығарырға вәғәҙәләһә лә, пай ерҙәре менән эш итеү мәсьәләһе әлегә асыҡ ҡала.
Учалы районы хакимиәте лә колхоздың артабанғы яҙмышы хаҡында аныҡ ҡына фекерҙә түгел. Бөлгөнлөккә тарыған хужалыҡтың сит ил инвесторына тапшырылыуын, етәкселек белмәгән дә, тиерһең.  
Хужалыҡта яңы инвесторға бәйле үҙгәрештәр бер аҙ  һиҙелә һиҙелеүен. Мәҫәлән, туҡлыҡлы мал аҙығы килтереү һауым күрһәткестәренә ыңғай йоғонто яһаған.  Шуға ҡарамаҫтан, халыҡта был үҙгәрештәрҙең оҙаҡҡа барыу-бармауы икеләнеүҙәр тыуҙыра.
Халыҡтың теләге бер: ауыл тормошон тотҡан колхозды тарҡатыуға юл ҡуймау. Бер ауыҙым бешкәс, ҡатыҡты ла өрөп эсермен, тигән әйтем, тап илселәр тураһында әйтелгән кеүек.  Беҙҙең ижади төркөм Илсе хужалығы тирәләй ваҡиғалар үҫешен артабан да  күҙәтеп барасаҡ.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика