Ямғырҙар ҡамасаулаһа ла, ауыл эшсәндәре ураҡ тураһында ла онотмай

Ямғырҙар ҡамасаулаһа ла, ауыл эшсәндәре ураҡ тураһында ла онотмай 05.08.2014

Баймаҡ районында әле ужым арышы һуғыла. Урал аръяғы МТС сәсеүлектәре майҙаны ғына быйыл 17 мең гектарға еткерелгән. Уңыш та яҡшы ғына, игенселәр уны юғалтыуһыҙ йыйып алырға тырыша.

Һуңғы йылдарҙа райондың көрсөккә терәлгән хужалыҡтарының  сәсеүлек майҙандары Урал аръяғы МТС-ы ҡарамағына күскәйне. Быйыл предприятие бөртөклө культураларҙы ғына 17 мең гектарҙа сәсте. Районда ураҡ кампанияһын да тәүгеләрҙән булып улар башланы. Әле ҡеүәтле 9 «Нью-Холланд» һәм 4 «Кейс» комбайндары  Күлтабан баҫыуҙарында арыш урып‐йыйыуҙа йөрөй. Игенселәргә барлығы мең 870 гектар майҙандағы ужым культураһын тиҙ арала йыйып алыу бурысы йөкмәтелгән.
Техниканы тулы ҡеүәтендә файҙаланырға һауа торошо бер аҙ ҡамасаулай, ти игенселәр. Шулай ҙа аяҙ көндө тулайым файҙаланырға ашығабыҙ. МТС‐тың инженерҙары төркөмө лә һәр саҡ баҫыуҙа. Еңелсә ремонт эштәре ошонда уҡ башҡарыла, был йәһәттән һорауҙар юҡ.
Арыш быйыл ярайһы уҡ уңышлы ҡышлаған. Шулай ҙа юғары уңышҡа өмөт итеп булмай. Йәй башының ҡоро килеүе һөҙөмтәһеҙ ҡалманы. Әле гектар ҡеүәте 8 центнерҙан ашыу.
Ураҡ менән бер рәттән мал аҙығы әҙерләү кампанияһы ла берҙәй алып барыла. Предприятие  750 тонна бесән әҙерләгән дә инде. Шулай уҡ үткән йыл әҙерләгән силос, бесән дә бар. Күлтабан мегафермаһына быйылғы йылда индереләсәк малдар өсөн мал аҙығы базаһын туплау бурысын да лайыҡлы башҡаралар.
Мәрйәм Байрамғолова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика