Ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләре үтте

Ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләре үтте 01.09.2014

Баш ҡала майҙандарында ауыл эшсәндәре үҙҙәре етештергән продукцияны, баҡсаһында өлгөргән йәшелсә-емеш һәм бал тәҡдим итте.

Йәрминкәлә йүнселдәр өсөн сауҙа урындары бушлай бирелде. Шуға күрә лә ауылдан килтерелгән аҙыҡ-түлек һәм башҡа тауарҙар мул.  Айырыуса,  бал һатыусылар күп. Татлы ризыҡтың сифатын йәрминкәлә махсус лаборатория тикшерә. Быға бәйле, бында тик сифатлы продукция һатыла, ти умартасылар. Татлы ризыҡтың хаҡы ла төрлө: йүкәнеке - 1500, ҡарабойҙай менән сәскә балы 1200-1300 һум. Баш ҡалаға яҡын урынлашҡан райондарҙан килеүселәр араһында  900 һумға тиклем төшөрөп һатыусылар ҙа бар.  
Йәрминкәлә һуған, картуф, ҡымыҙ һәм башҡа аҙыҡ-түлек алырға ла мөмкин. Йәшелсә-емеш быйыл мул булды, ти һатыусылар. Картуф менән һуғандың килограмы 20 һум.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку