Яңы эш башлаған фермерҙарға дәүләт ярҙамы

Яңы эш башлаған фермерҙарға дәүләт ярҙамы 16.05.2016

Бөгөн Өфөлә маҡсатлы программала ҡатнашыусыларға миллион ярым һумға тиклем гранттар тапшырылды. Шулай уҡ күләмле сертификаттарға крәҫтиән-фермер хужалыҡтары нигеҙендә ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереүселәр ҙә лайыҡ булды.

2018 йылға тиклем иҫәпләнгән был ике программа республикала йәшәүселәрҙә һәр ваҡыт ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Шуға ла унда ҡатнашырға теләүсе фермерҙар йылдан-йыл арта. Мәҫәлән, быйыл конкурс комиссияһы тарафынан 483 ғариза ҡабул ителгән. Был былтырғы менән сағыштырғанда, 34 процентҡа күберәк. Эксперт жюриһы улар араһынан  иң яҡшыһы тип табылған 148 проекты һайлап алған.
Бөгөн республика фермерҙары  ауыл хужалығының 10 процентҡа яҡын тулайым продукцияһын етештерә. Был яҡынса 15 миллиард һум тигән һүҙ.
Һуңғы биш йылда төбәктә  яңы эш башлаған фермерҙарға  һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары нигеҙендә ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереүселәргә 900 миллион һум күләмендә грант бүленгән.  Был суммаға меңдән ашыу яңы фермер хужалығы ойошторолған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку